Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Март 2022, 20:50

Ауыл хужалығы техникаһына ҡытлыҡ булмаҫ

Беларусь Республикаһы менән хеҙмәттәшлек нығына.

Ауыл хужалығы техникаһына ҡытлыҡ булмаҫ
Ауыл хужалығы техникаһына ҡытлыҡ булмаҫ

Башҡортостанға “БелТПП-ның Гомель бүлексәһе” унитар предприятиеһының генераль директоры Марина Филонова етәксегендә Беларусь Республикаһы делегацияһы эш сәфәре менән килде. Был сәфәр Беларусь Республикаһы менән Башҡортостан Республикаһы предприятиелары араһында хеҙмәттәшлек тураһында бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйыу мөмкинлеге бирәсәк.

– Бөгөн Беларусь Республикаһы Башҡортостандың алдынғы сауҙа партнерҙарының тәүге өсәүһе иҫәбенә инә. Оҙаҡ йылдар сауҙа-иҡтисад өлкәһендә хеҙмәттәшлек иттек. Хәҙер беҙҙең республика менән Беларусь Республикаһы араһындағы иҡтисади бәйләнештәр тағы ла нығыраҡ артыуы мөмкин, – тине республиканың иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Беларусь Республикаһы эшмәкәрҙәре сәфәр барышында Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-иҡтисади палатаһында булды. “БелТПП-ның Гомель бүлексәһе эшмәкәрлеге һәм Гомель өлкәһе ҡеүәте” презентацияһында БелТПП-ның Гомель бүлексәһенең генераль директоры Марина Филонова һәм Беларусь Республикаһындағы “Башҡортостандың Конгресс-бюроһы “Офис-төркөмө” ойошмаһы вәкиле Константин Климин сығыш яһаны. Осрашыу һөҙөмтәһендә яҡтар араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.   

Шулай уҡ Беларусь делегацияһы “Агрокомплекс-2022” халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашты. Унда “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу” темаһына түңәрәк өҫтәл һәм Башҡортостан Республикаһының экспортерҙар клубының “Ауыл сәнәғәте комплексы тауарҙарын экспортҡа сығарыу” темаһына ултырыш үтте. Комбайндар һәм башҡа ауыл хужалығы техникаһын етештереүсе “Гомсельмаш” асыҡ акционерҙар йәмғиәте форум һәм күргәҙмә барышында “Техресурс” һәм “Агросила” ойошмалары ҡатнашлығында Башҡортостан компаниялары менән һөйләшеүҙәр алып барҙы.

БелТПП-ның Гомель бүлексәһенең генераль директоры Марина Владимировна Филонова Беларусь Республикаһы илселеген Өфөләге бүлексәһендә булды. Унда ике республика араһында хеҙмәттәшлек мәсьәләләре ҡаралды.

Рәсми осрашыуҙа республиканың тышҡы бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева, Беларусь Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы илселеге бүлексәһе етәксеһе Артур Карпович, Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа ярҙам үҙәге директоры Илдус Винер улы Хәлитов, шулай уҡ Башҡортостадың Конгресс бюроһы “Офис-төркөмө”нөң Беларусь Республикаһындағы вәкиле Константин Климин ҡатнашты. Һөҙмтәлә БелТПП-ның Гомель бүлексәһе менән төбәк Экспортҡа ярҙам үҙәге араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө.

Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығының әүҙем булышлығында Беларусь Республикаһынан килгән делегаттар “Артемида”, “Урожай”, “УфаГорМолЗавод” хужалыҡтарында булды. Республика предприятиеларында булғандан һуң артабанғы хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә өлгәшелде – аныҡ тәҡдимдәр Беларусь контрагенттарына тағы ла өҫтәп ебәреләсәк.

Сәфәр һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында Беларусь делегаттары менән осрашыу үтте. Унда республиканың Ауыл хужалығы министрлығы менән “Гомсельмаш” йәмғиәте араһында өҫтөмә килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Мәғлүм булыуынса, 2021 йылда Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә Беларусь Республикаһы 6,3 процент өлөшө менән өсөнсө урынды биләгән. Был йәһәттән Ҡытай – беренсе (21,4 процент), Ҡаҙағстан икенсе урында (9,1 процент) тора.

 
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Ауыл хужалығы техникаһына ҡытлыҡ булмаҫ
Ауыл хужалығы техникаһына ҡытлыҡ булмаҫ
Ауыл хужалығы техникаһына ҡытлыҡ булмаҫ
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: