Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Март 2022, 14:30

Беҙҙекеләр – Үзбәкстанда!

Башҡортостан делегацияһы Ташкент халыҡ-ара инвестиция форумында ҡатнаша. 

Беҙҙекеләр – Үзбәкстанда!
Беҙҙекеләр – Үзбәкстанда!

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Ташкент халыҡ-ара инвестиция форумында ҡатнаша. Уның составына Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле – Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Сергей Греков, “Башҡортостандың стратегик асыштар үҙәге” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы директоры Рөстәм Дәүләтов һәм “Башҡортостандың стратегик башланғыстары” үҙәге директоры Руслан Шәймөхәмәтов ингән.

– Эш сәфәре сиктәрендә республика делегацияһында ҡатнашыусылар инвестиция хеҙмәттәшлеге, бүлеү үҙәктәре төҙөлөшө, ауыл хужалығы, еңел сәнәғәт, нефть-газ тармағы, тауар әйләнеше һәм импортты алмаштырыуҙа логистик сылбырҙарҙы төҙөү мәсьәләләре буйынса һөйләшеүҙәр үткәрергә ниәтләй. Шулай уҡ юғары уҡыу йорттары араһында хеҙмәттәшлек булдырыу, атап әйткәндә, Ташкентта Нефть университетының филиалын асыу өсөн Үзбәкстандың Мәғариф министрлығы менән осрашыу планлаштырылған, - тип һөйләне Рөстәм Моратов.

Май айында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге республика делегацияһының һәм республика Премьер-министры Андрей Назаровтың Башҡортостандың рәсми вәкиллеген асыу өсөн ҡабаттан Үзбәкстанға килеүе көтөлә, тип өҫтәне ул. Уға тиклем Үзбәкстан делегацияһы Башҡортостан Республикаһында инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу буйынса фекер алышыу өсөн Өфөгә киләсәк.

– Үзбәкстан күптәнге партнер булып тора, шул иҫәптән импорт-экспорт хеҙмәттәшлеге сиктәрендә. Республика менән ике яҡлы сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе әүҙем үҫтерәбеҙ. Экспорт химия сәнәғәте продукцияһы, яғыулыҡ-энергетика тауарҙары, аҙыҡ-түлек һәм сеймал, ағас әйберҙәре, машиналар эшләү продукцияһынан тора, –тип билдәләне БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

ТМИФ – стратегик башланғыстарҙы тикшереү һәм тормошҡа ашырыуҙың, шулай уҡ халыҡ-ара бизнес-берләшмәгә Үзбәкстандың инвестиция мөмкинлектәрен күрһәтеүҙең яңы майҙансығы. Форум Үзбәкстанда үҙ эшмәкәрлеген үҫтереү һәм перспективалы проекттарҙы, башланғыстарҙы һәм программаларҙы тормошҡа ашырыу буйынса ҙур сит ил компанияларын, инвесторҙарҙы һәм партнерҙарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.

2021 йыл йомғаҡтары буйынса, Үзбәкстан Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә 2,5 процент өлөш менән 11-се урынды биләй. 2021 йылда үҙ-ара тауар әйләнеше 113,3 миллион доллар тәшкил иткән. Экспорт – 97,6 миллион доллар, импорт – 15,7 миллион доллар.

Импорт башлыса аҙыҡ-түлек тауарҙары һәм сеймал, металл һәм уларҙан эшләнгән әйберҙәр, туҡыма һәм туҡыма әйберҙәр менән тәьмин ителгән.

Фото һәм текст: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=55373&clear_cache=Y

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: