

Бөгөн Башҡортостандағы күп функциялы үҙәктең төп офисында республика бизнесына көрсөккә ҡаршы дәүләт ярҙамы күрһәтеү сараларына арналған матбуғат конференцияһы үтте. Осрашыуҙа иҡтисадҡа булышлыҡ итеү өлкәһендәге яңылыҡтар, шулай уҡ күп функциялы үҙәк офистарында эшҡыуарлыҡ субъекттарына консультация ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләре ҡаралды.
Сараның спикерҙары Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов, республика күп функциялы үҙәге директоры Наталья Куприянова, “Рәсәй таянысы”ның Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Ләйсән Николаева булды.
Мәғлүм булыуынса, 16 марттан Башҡортостан Республикаһының бөтә күп функциялы үҙәк офистарында эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге субъекттарына көрсөккә ҡаршы төбәктә тормошҡа ашырылған дәүләт ярҙамы саралары хаҡында мәғлүмәт биреү буйынса хеҙмәт күрһәтелә башланы. Консультацияны “Минең документтарым” офисына шәхсән мөрәжәғәт итеп, бәйләнеш үҙәге телефоны аша йәки күп функциялы үҙәктең рәсми сайтында “Һеҙҙең онлайн-консультант” бүлегендә алырға мөмкин.
– Хеҙмәткә ихтыяж ярайһы уҡ ҙур. Ете көн дауамында 84 эшҡыуар консалтинг ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Ошо арауыҡта беҙҙең белгестәр 130-ҙан ашыу һорауға яуап бирҙе. Иң күп мөрәжәғәттәр Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларында һәм Толбазы ауылында теркәлгән. Эшҡыуарҙарҙы йышыраҡ финанс ярҙам саралары — һалым преференциялары, кредит каникулы, ташламалы кредитлау программалары ҡыҙыҡһындыра. Хеҙмәт күрһәтеү сиктәрендә ведомство-ара хеҙмәттәшлек итеү ойошторола. Эшҡыуарҙарға күрһәтелгән ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт көн һайын яңыртыла, — тине Наталья Куприянова.
Нияз Фазылов белдереүенсә, республика эшҡыуарҙарына дәүләт ярҙамының 30-ға яҡын төрө бар. Социаль эшҡыуарҙар өсөн ставкалар йылына 5 % һәм 10 % тәшкил итә. Кредиттың минималь суммаһы — 100 мең һум, иң күбе — 5 миллион һум тәшкил итә.
- Әлеге мәлдә комитет эшҡыуарҙар өсөн көрсөк мәлендә ярҙам күрһәтеү сараларын әҙерләй. Шулай ҙа һәр эшҡыуарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙар етерлек. Күпселек эшҡуарҙарҙы ташламалы программалар, кредит каникулы, бизнесты тикшереү мәсьәләләре, яңы кредиттар алыу кеүек һорауҙар борсой. Беҙҙең төп бурыс ошо һәм башҡа һорауҙарға тиҙ һәм ентекле яуап биреү, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙыу. Әлеге мәлдә республика ҡалаларында “Минең эшем” тип аталған 10 үҙәк эшләп килә. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләүселәр, үҙенең эшен асыусылар ошо үҙәктәргә килеп, төрлө консультация алыу мөмкинлегенә эйә. Әгәр һеҙҙең һорауға яуап бирә алмаһалар, тура үҙемә сығығыҙ. Райондарға эш сәфәре менән сығабыҙ, аңлатыу эше алып барабыҙ, - тип белдерҙе Нияз Мансур улы.
Нияз Фазылов пандемия осоро менән әлеге мәлде сағыштырып, пандемия осороноң эшҡыуарҙар өсөн ауырыраҡ булыуын билдәләп үтте. Әлеге мәлде импорт тауарҙарын үҙебеҙҙә етештерелгәне менән алмаштырып, еңелерәк үткәреп ебәрергә буласаҡ, тип ышана ул.
Әйткәндәй, Нияз Фазылов икенсе аҙнанан райондарға сығып, “Минең документтарым" үҙәктәрендә эшҡыуарҙарҙы шәхсән ҡабул итә башлаясаҡ. Барлыҡ мәғлүмәтте комитеттың сайтында табырға була.
Ләйсән НИКОЛАЕВА, “Рәсәй таянысы”ның Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе:
- Был алым эшҡыуарҙарға ҙур ярҙам булып тора. Уларҙың эшмәкәрлеген яҡшыртыр, тип өмөтләнәм. Көрсөктө юғалтыуһыҙ еңеп сығыуға тағы бер аҙым. Ә ниндәй эшкә тотонорға, әлеге ваҡытта эшҡыуарлыҡтың ниндәй йүнәлешен башларға белмәй, йә икеләнеп йөрөгөндәргә үҙәктә аныҡлыҡ индереп, ярҙам итеп ебәрәсәктәр. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: Рәсәй кимәлендә республика был эшкә тәүгеләрҙән булып тотондо. Һуңғы осорҙа беҙгә һорауҙар менән мөрәжәғәт итеүселәр һаны бермә-бер артты. Мәҫәлән һуңғы аҙнала ғына 100-гә яҡын эшҡыуарға консультация бирҙек.
Әлеге мәлдә эшҡыуарҙарҙы тәү сиратта логистика мәсьәләһе борсой. Шуға власть органдарының бөтөн кимәлендә килеп тыуған ошо мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итергә тырышалар, яңынан-яңы юлдар һәм алымдар табылып тора, ябылған ишектәр йә асыла, йә яңыһы табыла.
Матбуғат конференцияһының тулы вариантын “Минең документтарым" үҙәгенең “Бәйләнештә” селтәрендәге рәсми төркөмөндә ҡарарға мөмкин.