Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Март 2022, 14:00

“Полигон”да нимәләр бар?

Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәрҙә импортты алмаштырыу тураһында яҙма ҡалдырҙы.

“Полигон”да нимәләр бар?
“Полигон”да нимәләр бар?

“Рәсәйҙә телекоммуникация ҡорамалдарын уйлап табыусылар һәм етештереүселәр күп түгел. Шуларҙың береһе – Өфөнөң «Полигон» фәнни-етештереү предприятиеһы. Әлегә тиклем ватан элемтә операторҙарының, предприятие һәм ведомстволарҙың, шул иҫәптән стратегик ойошмаларҙың телекоммуникация селтәрҙәре сит ил ҡорамалдары базаһында эшләгән. Шуға күрә был өлкәлә импортты алмаштырыу мәсьәләһе айырыуса киҫкен тора. Беҙҙең Өфө предприятиеһы был мәсьәләне хәл итә ала.

Бөгөн «Полигон» элек сит илдән ҡайтарылған телекоммуникация селтәрҙәре элементтарын алмаштырырға мөмкинлек биргән бер төркөм заманса системалар һәм әйберҙәр эшләү өҫтөндә. Шуныһы мөһим – предприятие бары үҙенең программа тәьминәте эшләнмәләрен файҙалана.

«Полигон»да етештерелгән ҡорамалдар Рәсәйҙә яҡшы билдәле. Бында юғары етештереүсәнле коммутаторҙар етештерәләр, улар сит ил аналогтарынан ҡалышмай. Өфөлә етештерелгән системалы ҡорамалдар Арктикала, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында һәм көс ведомстволарында, Хәрби-диңгеҙ флоты караптарында һәм Рәсәй Ҡораллы Көстәренең элемтә ғәскәрҙәрендә бәйләнеште тәьмин итеү өсөн файҙаланыла.

Беҙ йәнә бер тапҡыр тәү ҡарашҡа ауыр тойолған нәмәләрҙең предприятиеларыбыҙ өсөн уникаль мөмкинлеккә әйләнеүен күрәбеҙ. «Полигон» хеҙмәткәрҙәренең барлыҡ уй-ниәттәре тормошҡа ашыр тип ышанам. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, тейешле ярҙам күрһәтербеҙ”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Фото https://vk.com/wall413272232_775935

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: