Бөгөн Республика менән идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Төркиәнең Машина эшләүселәр союзы президенты Эмре Генджер менән осрашты. Яҡтар республиканың сәнәғәт предприятиелары араһында кооперация бәйләнештәрен үҫтереү мәсьәләләрен, шулай уҡ Башҡортостан биләмәһендә төрлө төрөк техникаһы етештереүҙе ойоштороу мөмкинлектәрен тикшерҙе. Осрашыуҙа шулай уҡ төбәк Хөкүмәте ағзалары һәм Башҡортостан компаниялары етәкселәре ҡатнашты.
Бер нисә сит илдең Рәсәйгә ҡарата санкциялар сәйәсәте урындағы бизнесҡа халыҡ-ара кимәлдә яңы бәйләнештәр булдырыу мөмкинлеге бирә, тип билдәләне Радий Хәбиров.
– Хәҙерге ҡатмарлы ваҡытта Төркиә менән диалог – үҙ-ара килешеп эш итеүҙе нығытыуҙың мөһим этабы. Башҡортостан Төркиәнең бизнесы менән күптән хеҙмәттәшлек итә, уның вәкилдәре беҙҙең республикала эшләй. Беҙ нәҡ машина эшләү өлкәһендә партнерлыҡ бәйләнештәрен үҫтереүҙең ҙур потенциалын күрәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең төбәктә ҡорамалдар спектры киң етештерелә. Беҙ уны сит ил баҙарҙарына ла сығарырға әҙер.
Төркиәнең Машина эшләүселәр союзы президенты Эмре Генджер төбәк етәксеһенә халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлгәне һәм конструктив тәҡдимдәр менән алмашыу мөмкинлеге өсөн рәхмәт әйтте.
– Ил етәкселеге ошо ҡатмарлы осорҙа Рәсәй партнерҙары менән хеҙмәттәшлекте нығытыу буйынса ниәтебеҙҙе хупланы, – тине Эмре Генджер. – Беҙҙең союз Төркиә Республикаһының машиналар эшләү тармағы компанияларын берләштерә. Улар донъя баҙарында конкуренцияға һәләтле продукция етештерә һәм беҙ Башҡортостан менән яңы берлектәге проекттар менән ҡыҙыҡһынабыҙ.
Машина эшләүселәр союзы рәйесе Рәсәйҙә төрлө техника етештереү, хеҙмәтләндереү һәм ремонтлауҙы ойоштороу буйынса ниәттәре тураһында һөйләне. Бының өсөн Төркиә яғы Рәсәй төбәктәренең инвестицион климатын өйрәнеүҙе планлаштыра.
– Бынан тыш, Төркиә Республикаһының финанс ведомстволары Рәсәй предприятиелары менән иҫәпләшеү өсөн уңайлы механизм булдырыу буйынса эш алып бара, – тип өҫтәне Эмре Генджер.
Башҡортостан вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Өфөлә төрөк компанияларының – аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте өсөн ҡорамалдар етештереүселәренең күргәҙмәһен үткәрергә тәҡдим итте. Атап әйткәндә, ул күн эшкәртеүҙе үҫтереү менән ҡыҙыҡһыныуын билдәләне.
Машина эшләүселәр союзы президенты экспозицияла ҡатнашыу башланғысын хупланы һәм, Башҡортостанға сәфәр тамамланғас, Төркиәнең үҙ ҡорамалдары менән таныштырырға әҙер предприятиелары исемлеген төҙөйәсәкбеҙ, тип өҫтәне.
“Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Илдар Юланов хәбәр итеүенсә, етештереү ҡеүәттәрен яңыртыу сиктәрендә компания асфальт-бетон ҡатнашмаһын әҙерләү буйынса 16 яңы комплекс һатып алырға, шулай уҡ сит ил техникаһы өсөн запас частар һатып алыуҙы ҡулайлаштырырға ниәтләй.
– Потенциаль тәьмин итеүселәр иҫәбендә беҙ төрөк ойошмаларын ҡарарға әҙербеҙ, –тип билдәләне ул.
Осрашыу аҙағында Машина эшләүселәр союзы президенты Эмре Генджер Башҡортостан делегацияһын аныҡ берлектәге проекттарҙы тикшереү өсөн Төркиәгә саҡырҙы.
– Компаниялар вәкилдәре менән аралашыу һәм сәнәғәт секторҙары өсөн үҫеш нөктәләрен билдәләү маҡсатында һеҙгә барыуға шат буласаҡбыҙ, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
2020 йылдың сентябрендә Истанбулда “Башҡортостан Республикаһы Конгресс-бюроһы” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының офисы эшләй башланы. 2021 йылда Башҡортостан менән Төркиәнең тауар әйләнеше 208,6 миллион долларға еткән, был 2020 йылғы кимәлдән ике тапҡырға күберәк. Республикабыҙҙан экспорт – 188,1 миллион доллар, ә импорт тауарҙары 20,5 миллион доллар тәшкил иткән. 2022 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Башҡортостанда Төркиә капиталы ҡатнашлығында ойошторолған 29 предприятие эшләй.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.