Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев Башҡортостан юлдаш телеканалында барған брифингта йыл аҙағына тиклем сит ил продукцияһын алыштырыу буйынса ун өҫтөнлөклө инвестпроектты тамамлау күҙ уңында тотолоуын әйтте.
“Беҙҙә сәнәғәт тотороҡло, инвестициялар килә, бөгөн В2 витаминын етештереү буйынса яңы проектты ҡараныҡ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров беҙгә шундай бурыс ҡуйҙы – һәр форумда яңы производство асырға. Элгәрге көн “АгроКомплекс”та агросәнәғәт комплексы йүнәлеше буйынса астыҡ, бер айҙан һуң экология форумында “ПОЛИЭФ”та производство асыла, ә май айында – нефть буйынса. Бөгөн беҙҙә 230 миллиард һумлыҡ 39 сәнәғәт проекты бар, 13 йылда тормошҡа ашырыласаҡ. Үзбәк партнерҙары менән ике проект өҫтөндә эшләйбеҙ, апрелдә тәүге нигеҙ ташын һаласаҡбыҙ, газ-баллон ҡорамалдары беҙгә кәрәк,” – тип белдерҙе ул.
Шулай уҡ сит ил тауарҙарын алмаштырыу йүнәлешендә “Газпром”, “Ростех” менән эш алып барылыуын да билдәләне.
”Былар – фильтрҙар, комплектлаусы продукциялар, эште әүҙем алып барабыҙ һәм алға ышаныс менән ҡарайбыҙ,” – тине Александр Шельдяев.
Фото:panoramarb.ru