Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Март 2022, 12:00

Спекулянттарға талаптар ҡаты

"Башҡортостан предприятиеларында аҙыҡ-түлектең барлыҡ төрҙәре лә етештерелә. Булмағандарын дуҫ илдәрҙән аласаҡбыҙ. Шуға күрә аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ булмаясаҡ"

Спекулянттарға талаптар ҡаты
Спекулянттарға талаптар ҡаты

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республика прокуратураһы, монополияға ҡаршы хеҙмәт һәм сауҙа селтәрҙәре етәкселәре менән осрашты. Сарала магазиндарҙы тауар менән тәьмин итеү һәм социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлеккә хаҡты нигеҙһеҙ арттырыуға юл ҡуймау буйынса һөйләшеү булды.

Алдараҡ республиканың сауҙа селтәрҙәре көндәлек тауарҙарға хаҡты тотороҡло тотоу тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйғайны. Әммә уларҙың ҡайһы берҙәре уны боҙоп, юғары хаҡтар ҡуя. Быны ваҡлап һатыуҙы күҙәтеү үҙәге һәм күҙәтеү органдары асыҡланы. Прокуратура магазиндар етәкселәренә бындай юлға барырға ярамағанлығы тураһында иҫкәрмә яҙҙы.

– Шулай уҡ етештереүселәр һәм ритейларҙар менән шәкәргә бәйле хәлде көйләү өсөн етештереүселәрҙән тура сауҙа селтәренә алып барыу тураһында килешеүгә өлгәшелде. Шәкәр менән тәьмин итеү башланған. Бындай мәсьәләләр килеп тыумаһын өсөн шәкәр сөгөлдөрө майҙанын 35 мең гектерҙан 47 мең гектарға тиклем еткерәсәкбеҙ, – тип уртаҡлашты “Телеграм” каналда Андрей Назаров.

“Коллегалар менән республика магазиндарында тауар һаҡламын һәм хаҡтарҙы күҙәтеү буйынса эште көсәйтергә килештек. Ә бына әлеге хәл-торошто файҙаланып, спекуляция менән булышҡандарға ҡаты саралар күреләсәк.

Дөйөм алғанда, Башҡортостан предприятиелары аҙыҡ-түлектең барлыҡ төрҙәрен дә етештерә. Беҙ һөт ризыҡтарына, иткә, сусҡа итенә, йомортҡаға, картуфҡа, томаттарға ихтыяжды тәьмин итәбеҙ – бында үҙ тәьминәт 107 проценттан 175 процентҡа тиклем, шәкәр һәм май буйынса – 4,7 тапҡыр һәм 6,8 тапҡыр күберәк. Етмәгән йәшелсә һәм еләк-емеште беҙ дуҫ илдәрҙән алабыҙ. Шуға күрә магазин кәштәләренән тауарҙар юғалыу хәүефе юҡ”, – тип билдәләне республика Хөкүмәте Премьер-министры.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайтынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: