Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Март 2022, 14:00

Орлоҡҡа ҡытлыҡ булмаясаҡ

Башҡортостан икмәк етештереүселәренә дәүләт ярҙамы быйыл 64 миллион һум тәшкил итәсәк. Был икмәк-ҡалас ризыҡтарына хаҡты күтәрмәй тоторға ярҙам итәсәк.

Орлоҡҡа ҡытлыҡ булмаясаҡ
Орлоҡҡа ҡытлыҡ булмаясаҡ

- Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы орлоҡҡа бәйле хәлде контролдә тота. Һорау артыуына ҡарамаҫтан, баҡсасылар һәм шәхси ярҙамсыл хужалыҡтар тыныс булһындар, – тине республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. - Иген культуралары тулыһынса республикала етештерелә. Май-техник культуралар орлоҡтарының бер өлөшө сит илдән һатып алынды, хәҙер беҙ уны Рәсәй баҙарына ҡулайлаштырҙыҡ. Баҡсасылар һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтар тураһында әйткәндә, орлоҡ йыл да булды. Быйыл күреүебеҙсә, картуф, һуған, кишер, ҡыҙыл сөгөлдөр, томат, ҡыяр орлоҡтарына һорау артты. Яуаплы компаниялар һаҡламдары етерлек күләмде булыуын белдерҙе. Был йәһәттән дә борсолорға кәрәкмәй, баҡсасылар һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтар өсөн орлоҡҡа ҡытлыҡ булмаясаҡ.

Башҡортостан икмәк етештереүселәренә дәүләт ярҙамы быйыл 64 миллион һум тәшкил итәсәк, йәғни 2021 йыл менән сағыштырғанда һигеҙ миллион һумға күберәк. Был икмәк-ҡалас ризыҡтарына хаҡты күтәмәй тоторға ярҙам итәсәк, тип белдерҙе Илшат Фәзрахманов.

“Икмәк-ҡалас ризыҡтарын етештереү өсөн төп стратегик сеймал – иген. Беҙ уны етерлек кимәлдә етештерәбеҙ, ғәҙәттә, йыл ярымлыҡ күләмдә. Шуға ла игенгә хаҡ артыуға нигеҙ юҡ. Икмәк бешереүселәргә субсидиялар икмәк бешереүгә киткән сығымдарҙы ҡаплауҙа ярҙам итәсәк, уны тиҙҙән түләй башлайбыҙ. Шуға күрә быйыл икмәккә хаҡ артмаясаҡ. Икмәк бешереү тармағы предприятиеларына субсидиялар етештерелгән һәм һатылған, биш тәүлек һаҡланған бер килограмм икмәк-ҡалас ризыҡтарына 2,5 һум нисбәтендә тәшкил итәсәк”, – тине министр.

Фото: видеонан скриншот.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: