Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оперативкаларҙа даими рәүештә республиканың үҫеш күрһәткестәре менән таныштырып бара. Бөгөн дә ул матур һандар тураһында әйтте.
Ағымдағы йылдың тәүге ике айы йомғаҡтары буйынса сәнәғәт етештереүе индексы Башҡортостанда 112,4 процент тәшкил иткән, был Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән (107,5 процент) юғарыраҡ. Электр ҡорамалдары (4 тапҡыр), дарыуҙар (1.7 тапҡыр), металл изделиелары (142 процент) етештереүҙә юғары үҫеш темптарына өлгәшелгән. Сеймал секторы предприятиеларынан “Башнефть” юғары үҫеш темптарын күрһәткән.
– Санкция баҫымы арҡаһында иҡтисадыбыҙға көслө һөжүм көтәбеҙ, ләкин ошондай яҡшы нигеҙ менән эҙемтәләрҙе кәметә аласаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башинформ.