Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған оператив кәңәшмәлә республика һәм ил өсөн бик мөһим булған тема күтәрелде. Ул – яҙғы сәсеүгә әҙерлек. Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, республиканың ауыл хужалығы эшсәндәре быйыл сәсеү эштәрен 15 апрелдән башларға ниәтләй.
Уның белдереүенсә, быйыл аграрийҙар етен, кукуруз, ҡарабойҙай һәм шәкәр сөгөлдөрө сәсеү майҙандарын арттырырға ниәтләй. Иген баҫыуҙары иһә 1,7 миллион гектар тәшкил итәсәк. Шәкәр сөгөлдөрөнә килгәндә, быйыл уны 47 мең гектар майҙанда сәсеү планлаштырыла, был 1,8 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө алырға мөмкинлек бирәсәк. Унан 301 мең тонна шәкәр ҡомо эшкәртергә мөмкин буласаҡ – был ике йыл ярымға етерлек запас. Шәкәр сөгөлдөрө менән республикала йәмғеһе 18 муниципаль район шөғөлләнә.
2022 йылда Башҡортостанда яҙғы баҫыу эштәрен үткәреүгә 2 миллиард 384 миллион һум дәүләт ярҙамын йүнәлтеү күҙаллана, был үткән йыл менән сағыштырғанда 250 миллион һумға күберәк. 2022 йылда яҙғы баҫыу эштәренең хаҡы уҙған йыл менән сағыштырғанда дүрттән бер өлөшкә артҡан һәм 20 миллиард һумдан ашып киткән.
– Дәүләт ярҙамы ошо сығымдарҙың ярайһы уҡ ҙур өлөшөн ябырға ярҙам итәсәк. Бөгөн ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә 1,1 миллиард һумдан ашыу аҡса еткерелгән. Дәүләт ярҙамының ҡалған күләмен 1 майға тиклем еткерергә ниәтләйбеҙ, – тип билдәләне Илшат Фәзрахманов.
Сәсеү кампанияһына дәүләт ярҙамы сифатында ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға (1,27 миллиард һум), иген культураларын һатыуға (607 миллион һум), минераль ашламалар һатып алыуға (300 миллион һум), һөт һатыуға (256 миллион һум) һәм агротехнология эштәрен башҡарыуға (194 миллион һум) сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға субсидиялар йүнәлтелә.
“Беҙҙең өсөн быйылғы яҙғы баҫыу эштәре ҙур әһәмиәткә эйә. Ваҡытында сәсеү мөһим, хөкүмәткә хәлде контролдә тоторға кәрәк”, – тине Радий Хәбиров.
Сәсеүгә әҙерлек барышында техника бик мөһим роль уйнай. Быйыл яҙғы баҫыу эштәрендә тупраҡты сәсеүгә 11 меңгә яҡын трактор агрегаты әҙерләй, был уҙған йылға ҡарағанда 173 берәмеккә күберәк, тип билдәләне Илшат Фәзрахманов. Кәмендә биш мең агрегат (2021 йылға ҡарата + 141 берәмек) ауыл хужалығы культураларын сәсеү менән мәшғүл буласаҡ.
Яҙғы баҫыу эштәрендә ҡатнашҡан тракторҙарҙы техник тикшереү әүҙем бара, уны 15 апрелгә тамамлау планлаштырыла. 25 мартҡа ҡарата 5 317 трактор, йәғни теркәлгәндәрҙең 47 проценты техник тикшереү үткән.
Сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, республиканың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре яңы техниканы әүҙем һатып ала.
– Быйыл ике айҙа аграрийҙар 870 миллион һумдан ашыуға 274 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалы һатып алған, был 2021 йылдың ошо уҡ осоро кимәлендә. Кредит ресурстарының ҡиммәтлеге шарттарында Росагролизинг тәҡдим иткән финанс схемаһы техниканы яңыртыуҙың иң һөҙөмтәле ҡоралы булып ҡала. Төҙөлгән килешеүҙәрҙең дөйөм суммаһы йыл башынан алып 1 миллиард 400 миллион һумдан ашыу тәшкил итә, 655 миллион һумға техника республикаға килтерелгән дә инде, – тине Илшат Фәзрахманов.
Фото: ufa.rbc.ru