Благовар районында тәжрибә баҫыуҙары булған Өфө селекция-гибрид үҙәге белгестәре бойҙайҙа аҡһым миҡдарын арттырыу ысулын тапҡан. Ашлыҡ - үҙҙәре етештергән сеймалдан. Ул үҫемлектәрҙең үҫеүен тиҙләтә, шулай уҡ ауырыуҙарҙан һаҡлай. Предприятие Благовар һайлап алыу-генетик үҙәге менән холдингка берләшеп, киләсәккә ҙур пландар төҙөй.
Быйыл Башҡортостандың агросәнәғәт секторына 760 миллион һум аҡса бүленгән. Был сығымдар ауыл хужалығы предприятиеларын ташламалы кредитлауға тәғәйенләнә. Быйылғы сәсеү миҙгеленең үҙенсәлеге шунда — импортты алмаштырған аҙыҡ-түлекте үҙебеҙҙә етештереү. Шуға ла әлеге эшкә дәртләнеп тотонған был ике үҙәк. Береһе селекция буйынса алдынғылыҡты бирмәһә, икенсеһе - мал үрсетеү буйынса иң шәбе. Мал аҙығы етештереү өсөн ашлыҡты ла үҙҙәре үҫтерә. Шуға сәсеү алдынан техниканы барлайҙар.
Ауыл хужалығы предприятиеларында техника ремонтлауҙы тамамлайҙар. Быйыл аграрийҙарға яңы ҡыйынлыҡ менән осрашырға тура килде – сит ил автомобилдәре өсөн запас частарҙы етештереүсенән һатып алыу мөмкин булманы. Әммә улар был ауырлыҡты йырып сыға алған: сит ил сәсеү комплекстарына тәүге тапҡыр Барнаул һәм Санкт-Петербургта етештерелгән аналогтары менән ремонтлағандар. Благовар районында баҫыуҙары булған Өфө селекция-гибрид үҙәге лә ошо юлды һайлаған.
Предприятиеның сәсеү майҙаны — биш мең ярым гектар ер. Компания малдарын үҙе ашата. Бынан тыш, етештергән мал аҙығын Башҡортостанда ла, башҡа төбәктәрҙә лә һаталар.
Компьютер ярҙамында бөтә технология эш башлай: туҡланыу рационы бөтә төр ауыл хужалығы малдары, шул иҫәптән ҡоштар өсөн дә иҫәпләнгән. 11 сәғәт дауам иткән сменала 80 тонна әҙер продукт етештерелә.
Холдинг составына Благовар һайлап алыу-генетик үҙәге менән Өфө селекция һәм гибрид үҙәге инә. Һуңғылары үҫемлекселек, сусҡасылыҡ менән шөғөлләнә. Бындай күп профилле предприятиелар дәүләт ярҙамын алыу мөмкинлегенә эйә.
Бер юлы комплекста 24 мең сусҡа үҫтерәсәктәр. Уларҙы ашатыу өсөн йыл һайын 400 миллион һум кәрәк. Был сумманы компания Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы бүлгән ташламалы кредитлау иҫәбенә түләйәсәк.
Быйыл федераль ҡаҙнанан республикаға ташламалы кредитлау өсөн 760 миллион һум аҡса бүленгән. Кредит алыусылар өсөн процент ставкаһы бер проценттан биш процентҡа тиклем етә. Ҡалғанын дәүләт финанслай.
Фото: Благовар һайлап алыу-генетик үҙәге сайты.