Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Март 2022, 11:30

«Агростартап» проекты ярҙамында ярма етештереүҙе башлап ебәргән

Йәрмәкәйҙә етештерелгән ярманы ашайыҡ

«Агростартап» проекты ярҙамында ярма етештереүҙе башлап ебәргән
«Агростартап» проекты ярҙамында ярма етештереүҙе башлап ебәргән

«Агростартап» проекты өс йыл тормошҡа ашырыла. Ошо ваҡыт эсендә проект яҙамында 232 яңы хужалыҡ булдырылған. Дәүләт ярҙамы менән файҙаланғандарҙың береһе – крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Айрат Миңлеәхмәтов. Йәрмәкәй районында иген культураларынан ярма етештереүҙе ойоштороп ебәрә.

Ярмалар һәр ваҡытта халыҡта һорау менән файҙалана, айырыуса бөгөнгө кеүек иҡтисади хәлдә был көнүҙәк мәсьәлә булып тора.

Ярмалар эшләү цехын асыу проекты "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә 2020 йылда ҡаралған. Эшҡыуар 2020 йыл аҙағында Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығынан грант ала һәм бер сменаға 8 тонна һыйҙырышлы иген культуралары продукцияһын сорттарға айырыу һәм төрөү өсөн ҡорамалдар һатып ала һәм сафҡа индерә.

Цехта төрлө ярмалар етештерелә. Айрат Ғәлиәхмәт улы үҙе үҫтергән сеймалды ла ҡуллана, эргә-тирәлә эшләгән хужалыҡтарҙан да һатып ала. Продукцияға ихтыяж ҙур. Төп һатып алыусылар — Мәскәү һәм Санкт-Петербург.

Эшҡыуарҙың киләсәккә пландары ҙур — ғәмәлдәге производство ҡорамалдарын модернизациялау, етештереүҙе киңәйтеү, әҙер продукцияны вағыраҡ төргәктәргә төрөп һатыуға сығарыу.

 

Фото: Йәрмәкәй районы хакимиәте сайтынан алынды.

#сделановРоссии #сделановБашкортостане #знайнаших #покупайнаше

«Агростартап» проекты ярҙамында ярма етештереүҙе башлап ебәргән
«Агростартап» проекты ярҙамында ярма етештереүҙе башлап ебәргән
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: