Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Март 2022, 15:02

Хәйбуллалар һынатмай

Фермер Сергей Лоскутов эшселәре менән.
Фермер Сергей Лоскутов эшселәре менән.

Баҫыуҙарҙа ҡалын ҡар ятыуға ҡарамаҫтан, төбәк аграрийҙары яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлекте башланы. Нисә йыл рәттән ҡоролоҡ ауыл эшсәндәренә ҙур юғалтыуҙар килтерһә лә, игенселәр һәр ваҡыттағыса яңы миҙгелде ҙур өмөттәр менән башларға күнеккән.

Санаңды – йәй, арбаңды ҡыш әҙерләргә кәрәккәнен Хәйбулла районы фермерҙары ла яҡшы аңлай. Воздвиженка ауылынан Сергей Лоскутовтың хужалығында ла яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлек юғары кимәлдә бара. Йылдан-йыл хужалыҡта техниканы әҙерләүҙә шарттар яҡшыра. Иң мөһиме – бина йылытыла, механизаторҙар өсөн бар уңайлыҡтар булдырылған.

Ағымдағы йылда ла крәҫтиән (фермер) хужалығы районда тәүгеләрҙән булып техника ремонтларға тотонған. Был юлы ла хужалыҡ етәкселеге йыл аҙағында уҡ запас частар алып ҡалған, айырым ремонтлау звеноһы төҙөгән.

Техниканы ремонтлауҙа Николай Мудряк, Дмитрий Сатюков, Федор Грачевтар ҙур теләк менән ҡатнашһа, Салауат Байгилдин иретеп-йәбештереү эштәре өсөн яуаплы. Уларҙың барыһы ла – хужалыҡта йыл әйләнәһенә тир түккән оҫталар.

– Егеттәрҙең барыһы ла тырышып эшләй. Оҫтаханала бар шарттар бар, запас частар менән өҙөклөктәр юҡ. Дөйөм алғанда, бөтә техниканы билдәләнгән графикка ярашлы баҫыуға сығарасаҡбыҙ. Һәр кем үҙенә тәғәйенен йүнәтә, техник тикшереүгә әҙерләй. Яҙғы сәсеү эштәрендә К-700, Т-150, өс “Беларусь”, МТЗ-82 тракторҙары ҡатнашасаҡ, – ти Сергей Лоскутов.

Әйткәндәй, быйыл Николай Мудряк “Иң яҡшы механизатор” исеменә лайыҡ булған һәм республиканың Ауыл хужалығы министрлығының грамотаһы менән бүләкләнгән. Ул был хужалыҡта 2010 йылдан эшләй.

Хәйбулланың уңған фермеры быйыл 2 200 гектар майҙанда ҡаты, йомшаҡ бойҙай, һоло, арпа, етен, нут сәсәсәк. Шулай уҡ тәүге тапҡыр майлы культураларҙан сафлор үҫтереп ҡарарға ниәтләй.

Райондың йәнә бер уңған фермеры Урал Закировтың хужалығында ла эштәрҙең ҡыҙған мәле. Татырүҙәк ауылындағы фермер хужалығы базаһында барыһы ла бер урында урынлашҡан. Ферма, ремонт базаһы, трактор-машиналар ҡуйыу урыны, эшселәр өсөн ятаҡ, ашхана һәм хатта мунса ла бар.

Техника паркын тулыһынса яңыртыу бурысын төп маҡсат итеп алған Урал Закировтың бар хыялдары ла тормошҡа ашҡан. Йыл һайын фермер үҙ хужалығын бер берәмек техникаға яңыртып бара. Былтыр өр-яңы “Версатайл” тракторы, ЗАВ-40 орлоҡ таҙартыу һәм яңы сәсеү комплексы һатып алған. Киләсәктә эшҡыуар техниканың барыһын да бер ҡыйыҡ аҫтына урынлаштырыу теләге менән яна һәм уны тормошҡа ашырыу маҡсатында ҙур гараж төҙөлөшөн башлаған.

Район ауыл хужалығы бүле­генең баш инженеры Фаил Бикбов белдереүенсә, төбәктә яҙғы сәсеүгә әҙерлек март аҙағына тиклем дауам итәсәк. Аҙна һайын ауыл хужалыҡтарында мөһим кампанияға әҙерлек барышы тикшерелә, апрель башында райондың бар хужалыҡтарында техник тикшереү үткәрелә.

Кәримә УСМАНОВА 

Читайте нас: