Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәлим Сәлимов етәкләгән Баймаҡ районының Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативының төбәктә иң алдынғылар рәтендә булғаны бер кемгә лә сер түгел. Ағымдағы йылда ла хужалыҡ техника паркын яңы миҙгелгә әҙерләү буйынса башҡаларға үрнәк булып тора.
Хужалыҡта техника-агрегаттарҙы яҙғы баҫыу эштәренә көҙҙән үк әҙерләп ҡуялар, яҙ башланыу менән улар һынау-көйләү эштәренә йәлеп ителә. Хужалыҡ етәкселегенең, инженерия хеҙмәтенең тырышлығы менән предприятиеның техникаһы бөгөндән баҫыу эштәренә әҙер.
Беҙ барғанда хужалыҡтың инженерия хеҙмәте етәксеһе Ғәле Сәғәҙәтов менән Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Наил Солтанов, иретеп йәбештереүсе Илнур Ишкинин оҫтаханала тракторҙарҙы ремонтлау буйынса һуңғы эштәрҙе башҡара ине.
– Быйыл яҙғы баҫыу эштәренә 10 берәмек техника йәлеп ителәсәк. Атап әйткәндә, ике берәмек К-700, бер Т-150, ике берәмек МТЗ-82 тракторы һәм сәсеү агрегаттары. Йылдағыса яҙғы сәсеү эштәрен үҙебеҙҙең көс менән атҡарып сығасаҡбыҙ, бының өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Орлоҡ етерлек, яғыулыҡ-майлау материалдары тупланған, механизаторҙарға хеҙмәт хәүефһеҙлеге буйынса инструктаж үткәрелә. Бер һүҙ менән әйткәндә, быйыл да яҙғы баҫыу эштәрен тиҙ арала тейешле агротехник саралар ярҙамында башҡарып сығасаҡбыҙ, тип ҙур ышаныс менән әйтә алам, – тине Ғәле Ғиса улы.
Эйе, ер кешеһе, бер нимәгә ҡарамайынса, гел хәрәкәттә. Тик көндәр яҡшы булһын да донъялар имен торһон, тигән теләктәр менән беҙ ҙә ҡайтыр юлға сыҡтыҡ.
Кәримә УСМАНОВА