“Бүздәк районына һуңғы сәфәрем ваҡытында ауыл хужалығы етештереүселәре күргәҙмәһендә ғүмеремдә тәүге тапҡыр бойҙай бөртөктәренән эшләнгән һутты эсеп ҡараным. Уның тәме йәш кукуруз кеүек. Ғәҙәти булмаған эсемлекте урындағы фермер Азат Мөхәмәтғәлиев етештерә. Уның продукцияһы үҙенсәлекле терапевтик һәм һаулыҡты яҡшыртыусы эффектҡа эйә, хронофилл, витаминдар, аминокислоталар һәм ферменттар күп, ти ул.
Был шәп башланғыс.
Продукция шул тиклем популяр булып китә, хатта Мөхәмәтғәлиевтар үҙҙәренең тауар билдәһен булдыра - GrenАZEL (инглиз теленән grenn — йәшел һәм Азат һәм Элвина исемдәренең тәүге хәрефтәре).
Азат нәҫел-нәҫелдән ергә бәйле кеше. Тыуған ауылы Иҫке Боғаҙыла йәшәй һәм эшләй, унда олатаһы ла ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән. Заманса витграсстан тыш, 2500 гектар майҙанда бойҙай, арпа, арыш, борсаҡ, ҡара бойҙай, көнбағыш үҫтерә. Беҙ уның менән дәүләт ярҙамы саралары тураһында һөйләштек. Йәш фермер Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығының яңы программаһында ҡатнашырға ниәтләй – аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте предприятиелары өсөн машиналар һәм ҡорамалдар һатып алыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн субсидиялауға документтар әҙерләй.
Азат Мөхәмәтғәлиев ауылдаштарына гел ярҙам итә. Мәҫәлән, яҡын тирәләге ауылдарҙы хеҙмәтләндергән үҙ янғын һүндереү машинаһын тота. Балалар һәм өлкәндәр саф һауала спорт менән шөғөлләнә алһын өсөн стадион төҙөгән. Шулай уҡ ауыл Советына хужалыҡ эштәрендә ярҙам итә. Хәҙерге заман геройҙары Азат кеүек була — ауылды ошондай кешеләр тотоп тора ла инде”, - тип яҙа Радий Хәбиров.
#сделановРоссии #сделановБашкортостане #знайнаших #покупайнаше
Фото: Республика Башлығының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.