Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышы үтте, унда Башҡортостан Хөкүмәте 2021 йылға йомғаҡ яһаны – тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек төп урынды биләне.
Әлбиттә, халыҡ-ара киңлектә предпритиеларҙың конкурентлылыҡҡа һәләтле булыуының төп күрһәткесе – экспорт. 2021 йылда Башҡортостан буйынса ул үткән йылға ҡарағанда 17,8 процентҡа артҡан һәм 3,7 миллиард АҠШ долларын тәшкил иткән. Экспорт буйынса яҡшы үҫеш темпы түбәндәгесә: тиренән изделиелар – өс тапҡырға, ағастан һәм ҡағыҙҙан изделиелар – ике тапҡырға, ауыл хужалығы һәм металл продукциялары 80 проценттан ашыуға, химия продукциялары һәм кейем-һалым 40-50 процент тирәһенә артҡан.
Рәсәй экспорт үҙәге рейтингында Башҡортостандың экспортҡа ярҙам итеү үҙәге 2021 йылда Рәсәй төбәктәре араһында икенсе урынға күтәрелгән. Республикабыҙ үткән йылғы йомғаҡтар буйынса экспорт стандарттарын индереү йәһәтенән лидер һанала. 2021 йылда Башҡортостандың сит илдәр менән хеҙмәттәшлеге киңәйгән. Мәҫәлән, Нур-Солтанда һәм Минскиҙа вәкиллектәр асылған, Төркиәлә һәм Австрияла вәкиллектәр эше уңышлы дауам итә. Киләсәктә Үзбәкстанда һәм Ҡытайҙа вәкиллектәр асыу эш планына ингән.
Быйыл иһә республикабыҙҙы эре форумдарҙа һәм күргәҙмәләрҙә ҡатнаштырыу эше һәм әүҙем рәүештә конгресс эшмәкәрлеге дауам ителәсәк. Башҡортостан предприятиеларының ҡоролмалары, комплектлаусы материалдары, санкция шарттарында, импортҡа алмаш иҫәбенә тәьмин ителәсәк. Тағы ла бер эш йүнәлеше – Донецк Халыҡ Республикаһы менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү йүнәлешендә алып барыласаҡ. Визит һөҙөмтәһе буйынса юл картаһы төҙөлгән.
Фото: rusdni.ru