Автотранспорт тармағында йыл аҙағына барлыҡ күрһәткестәр, 2020 йыл кимәле менән сағыштырғанда, артҡан.
Йөк ташыу әйләнеше 15,3 процентҡа, пассажирҙар әйләнеше 10,5 процентҡа күтәрелгән.
Ҙур һәм урта класлы 220 заманса һәм уңайлы автобус, 10 яңы троллейбус һатып алынған.
Рәсәйҙә машиналар эшләү тармағында беренсе офсет контракты буйынса тағы ла 45 берәмек электр транспорты ҡайтарыласаҡ, Өфө ҡалаһында троллейбустар эшләүҙе тергеҙеү күҙ уңында тотола.
Халыҡ-ара стандарттарға тап килгән эске һауа линиялары комплексы сафҡа индерелде. Шуның арҡаһында терминалдың дөйөм майҙаны ике тапҡырҙан ашыуға артты. Әлеге ваҡытта аэропорттың үткәреү һәләте көнөнә 2 меңдән ашыу кеше тәшкил итә.
2021 йылда Өфө халыҡ-ара аэропорты 4 миллиондан ашыу пассажирҙы хеҙмәтләндерә. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса Өфө аэропорты «Рәсәйҙең һауа ҡапҡалары» милли премияһына лайыҡ булды һәм йылына 2 миллиондан 4 миллионға тиклем пассажирҙы хеҙмәтләндергән аэропорттар категорияһында 3-сө урынға сыҡты.
Ҡала яны тимер юлы буйлап тиҙ йөрөшлө поездар һанын арттырабыҙ. 2021 йылдың апреленән Өфө — Күмертау маршруты буйынса яңы «Орлан» ҡала яны поезы йөрөй башланы. 2021 йылдың сентябрендә был маршрут Ырымбурға тиклем оҙайтылды.
Быйыл республикала тиҙ йөрөшлө "Ласточка" электропоездары эшләй башлай, шуларҙың тәүгеһе апрелдән Өфө - Приютово йүнәлешендә пассажирҙарҙы хеҙмәтләндерәсәк. Икенсеһе Өфө — Айғыр маршруты буйынса сығасаҡ.
Ағиҙел һәм Өфө йылғаларында суднолар ебәреү өсөн тәрәнлеген арттырыу буйынса эштәр алып барыла, Дуҫлыҡ монументы районында йылға пристане сафҡа индерелгән, пассажирҙарҙы йөрөтөү транспорты тергеҙелгән, 20 меңгә яҡын пассажир был форсаттан файҙаланған.
2021 йылда юл эшмәкәрлеген тәртиптә тотоу өсөн яҡынса 29 миллиард һум аҡса бүленгән, был район әһәмиәтендәге юлдарҙың 55,7 процентын норматив талаптарға еткерергә мөмкинлек бирҙе (2020 йылда — 55,3 %). Ҡала агломерацияларында был күрһәткес 71,0 процент тәшкил итте (2020 йылда — 67,8 %).
34 километрҙан ашыу юл төҙөлгән һәм реконструкцияланған, 1300 километр юл ремонтланған, 1,35 километр күпер сафҡа индерелгән.
Былтыр юлдар төҙөү буйынса федераль үҙәктән ҙур ярҙам алдыҡ. Йәмғеһе 9,5 миллиард һум бүленгән. Уларҙың төп өлөшө Өфөнөң Көнсығыш йүнәлешен эшләүгә (5,8 миллиард һум) йүнәлтелгән. Проект юл тоннелен, Өфө йылғаһы аша 2,6 километрҙан ашыу оҙонлоҡтағы эстакадалы күпер һәм М-5 федераль трассаһына туранан-тура инеү мөмкинлеге булған тиҙ йөрөшлө автомагистралдең 10 километрлыҡ участкаһын төҙөүҙе күҙ уңында тота. Был йүнәлеш Өфө ҡалаһының төп магистралдәрен бушатасаҡ.
Проект 2017 йылдан тормошҡа ашырыла. Уның башланғыс хаҡы 70 миллиард һумдан ашып китә. Көсөргәнешле һөйләшеүҙәр барышында төҙөлөштөң үҙҡиммәтен 43 миллиард һумға тиклем кәметеүгә өлгәштек.
2022 йылда юлдарҙы төҙөүгә, ремонтлауға һәм хеҙмәтләндереүгә 32 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленәсәк.
Фото: ар-групп.рф