Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Март 2022, 16:15

Пандемияға тиклемге кимәлгә сыға алдыҡ

Беҙҙә 126,9 мең кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты иҫәпләнә, был 2020 йыл менән сағыштырғанда 3,9 процентҡа күберәк

Пандемияға тиклемге кимәлгә сыға алдыҡ
Пандемияға тиклемге кимәлгә сыға алдыҡ

 Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттығы ултырышында  Башҡортостан Хөкүмәтенең 2021 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡтар яһалды. Депутаттар алдында ҙур доклад менән Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров сығыш яһаны.

Премьер-министр эшҡыуарлыҡ темаһына ла туҡталды.

“Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа күрһәтелгән дәүләт ярҙамы арҡаһында, ил буйынса эшҡыуарлыҡ секторының кәмеүе фонында, беҙ пандемияға тиклемге кимәлгә сыға алдыҡ.

Беҙҙә 126,9 мең кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты иҫәпләнә, был 2020 йыл менән сағыштырғанда 3,9 процентҡа күберәк. Был Волга буйы федераль округы (2,7 процент) һәм Рәсәй (3,2) күрһәткестәренән юғарыраҡ.

2021 йылда бизнесты уңайлы алып барыу һәм еңел стартҡа шарттар тыуҙырыу өсөн, 1,1 миллиард һум аҡса йүнәлтелде. Шул иҫәптән милли проект сиктәрендә 735,7 миллион һум.

Алты йөҙҙән ашыу кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына, үҙмәшғүлдәргә 201,4 миллионлыҡ ярҙам күрһәтелде. Ә федераль ярҙам сараларын иҫәпләгәндә, 38 мең эшҡыуарға туғыҙ миллиард һумлыҡ ярҙам күрһәтелде.

2022 йылда ҡорамалдар буйынса лизинг ставкалары, кесе эшҡыуарлыҡ һәм үҙмәшғүлдәр өсөн микрозаймдар, бизнес өсөн гарантиялар һаҡланды.

Социаль эшҡыуарлыҡ дәртләндерелә, был тармаҡта беҙ Рәсәйҙә икенсе урында. Улар өсөн 500 меңлек гранттар ҡаралған.

Йәштәрҙе эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеү маҡсатында ла, 500 меңлек гранттар булдырылды.

Быйыл “Эшҡыуарлыҡ кэшбэгы”- түләнгән һалымдың 25 процентын кире ҡайтарыу программаһын ғәмәлгә индерергә күҙаллайбыҙ.

Беҙ бизнес-шерифтар институтын үҫтереү, хужалыҡтың кесе формаларын кооперацияға йәлеп итеү буйынса ла эште дауам итәбеҙ.

Туризм тармағы ла үҫешә. Милли туризм рейтингында беҙ тәүге 10 субъект иҫәбендә.

Республика шифаханаларға путевкалар һатыу буйынса лидер, эске туризмды үҫтереү буйынса – тәүге унау,  мирпутешествий.рф сайтында балалар һауыҡтырыу лагерҙарына путевкалар тәҡдим итеү буйынса тәүге өсәү иҫәбендә.

Республикала юл эргәһендәге сервисты үҫтереү концепцияһы буйынса ла системалы эш алып барыла”, – тип һөйләне Премьер-министр. Ул шулай уҡ, республианың геопарктары эшмәкәрлеге тураһында ла әйтеп үтте.

 

 

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: