Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Март 2022, 12:30

Радий ХӘБИРОВ: “Аҙыҡ-түлек сәнәғәтенең ошондай етди уңыштарын күреү ҡыуаныслы”

Яңы цех асылыу менән предприятиела өҫтәмә 75 эш урыны булдырылған  

Радий ХӘБИРОВ: “Аҙыҡ-түлек сәнәғәтенең ошондай етди уңыштарын күреү ҡыуаныслы”
Радий ХӘБИРОВ: “Аҙыҡ-түлек сәнәғәтенең ошондай етди уңыштарын күреү ҡыуаныслы”

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә "Турбаҫлы бройлерҙары" ойошмаһы тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашҡан.
"Иҡтисадыбыҙҙың башҡа күп тармаҡтарындағы кеүек үк, санкциялар республиканың аҙыҡ-түлек сәнәғәте өсөн яңы мөмкинлектәр асты.

Башҡортостанда билдәле предприятие – "Турбаҫлы бройлерҙары" шуға бер миҫал булып тора. Бында тиҙ туҡланыу селтәрҙәре өсөн тауыҡ итенән әҙер продукция етештереү буйынса яңы цех төҙөлгән. Сит илдән сеймал индереүгә сикләү ҡуйылған шарттарҙа урындағы етештереүселәр туҡланыу предприятиеларын сифатлы продукция менән тәьмин итергә әҙер. Яңы цех асылыу менән предприятиела өҫтәмә 75 эш урыны булдырылған. Әле бында айына 120 тонна әҙер продукция етештерелә, яҡын арала күләмен 300 тоннаға тиклем арттырыу планлаштырыла.

Күптән түгел “Турбаҫлы бройлерҙар"ында киң күләмле модернизациялау тамамлана — 60 мең тонна ҡошсолоҡ комплекстары реконструкциялана. Һөҙөмтәлә компания эске, шулай уҡ тышҡы баҙарҙарҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә әҙер. Хәҙер ҡошсолоҡ хужалығына сит төбәктәргә ҡош итен етештереү һәм эшкәртеү буйынса холдингтың флагман предприятиеһы булырға тура киләсәк. Беҙҙең продукция Үзбәкстанға, Вьетнамға, Ҡытайға, Молдавияға сығарыласаҡ.

Башҡортостанда бройлер итенең яҡынса 70 проценты “Турбаҫлы бройлерҙары”на тура килә. Предприятиеның ҡеүәте 54 000 тоннанан ашыу ит, 44 миллиондан ашыу тауыҡ йомортҡаһы, 7000 тоннанан ашыу тәрән эшкәртеү продукттары — колбаса, ит тәмлекәстәре, ярым әҙер продукция етештерергә мөмкинлек бирә.

Беҙҙең аҙыҡ-түлек сәнәғәтенең ошондай етди уңыштарын күреү ҡыуаныслы. Беҙ артабан да ярҙам күрһәтәбеҙ, алға барабыҙ һәм артабан да эшләйбеҙ", - тип яҙа республика Башлығы.

 

Фото: Республика Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәрендәге сәхифәһенән алынды.

Радий ХӘБИРОВ: “Аҙыҡ-түлек сәнәғәтенең ошондай етди уңыштарын күреү ҡыуаныслы”
Радий ХӘБИРОВ: “Аҙыҡ-түлек сәнәғәтенең ошондай етди уңыштарын күреү ҡыуаныслы”
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: