Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Март 2022, 16:00

Сырҙарын көтөп алалар

Сырҙың өлгөргәнен бер йылға тиклем көтөргә кәрәк

Сырҙарын көтөп алалар
Сырҙарын көтөп алалар

Салауат ҡалаһында эшҡыуарҙар төрлө йүнәлештә эшләй һәм үҫешә. Марина менән Иван Серегиндар һыйыр һөтөнән тәбиғи сыр етештереү менән шөғөлләнә. 2018 йылдан шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы теркәүҙән эшмәкәрлектәрен башлап ебәрәләр, ә 2019 йылдан «Благосыр» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте булдыралар. Сыр етештереү — хәстәрлек һәм уяулыҡ талап иткән ҡатмарлы процесс. Тәүҙә сырҙы әсетергә ҡуялар, һуңынан билдәле бер температурала баҫып, иретеп, тоҙлоҡта тоталар, етештереү технологияһы сырҙың төрөнә бәйле. Йомшаҡ сырҙы бешергәндән һуң, хатта эҫе килеш тә ҡулланырға мөмкин, әммә ҡаты сырҙы бер айҙан бер йылға тиклем көтөргә кәрәк. 

«Благосыр» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең сырҙары Салауат ҡалаһы халҡы араһында ҙур ихтыяж менән файҙалана, шуға күрә Серегиндар ғаиләһе етештереүҙе киңәйтергә ҡарар итә һәм 2021 йылдың йәйендә бер бүлмәне ҡуртымға ала. Бында Серегиндар ғаиләһе сауҙа нөктәһе — «Сыр цехы» асып ебәрә, унда сырҙарҙың киң ассортименты: адджика, сәтләүек, кавказ үләндәре, базил, һарымһаҡ ҡушылған сулугуни; Халуми, Салауат (Адыгей), ҡаҡланған Кипр, чечел һәм башҡа төрлөнө һатыуға сығара.

Был сырҙың өҫтөнлөктәре күп: ул экологик яҡтан таҙа сеймалдан эшләнә, хуш еҫле, үҙенсәлекле рецептҡа һәм технологияға эйә.

Шулай уҡ Серегиндар хәйриәлек менән шөғөлләнәләр һәм мәктәп уҡыусылары өсөн сыр эшләү буйынса экскурсиялар һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәрәләр.

«Благосыр» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте — халыҡ-ара кимәлдәге сараларҙа ҡатнаша, Төбәк һәм ҡала күргәҙмәләре һәм саралары, халыҡ-ара махсуслаштырылған AgroComplex күргәҙмәһендә 2021 йылда I дәрәжә дипломы менән бүләкләнә һәм 2021 йылдың 22 сентябрендә «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» проектында ҡатнашып, Диплом менән бүләкләнә.

Илдәге һәм донъялағы һуңғы ваҡиғаларға бәйле, хәҙер илебеҙҙә урындағы етештереүҙе булдырыу һәм үҫтереү өсөн бөтә шарттар булдырыла, бөтә өлкәләрҙә лә импортты алмаштырыу буйынса эштәр дауам итәсәк.

Серегиндар — күп балалы ғаилә, дүрт ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләй. Ә 2022 йылдың февралендә күп балалы ғаиләләр өсөн үткәрелгән «Ғаилә калейдоскобы» конкурсында Серёгиндар «Һөнәр бәхете» номинацияһында беренсе урын ала. 

 

#сделановРоссии #сделановБашкортостане #знайнаших #покупайнаше

 

Сырҙарын көтөп алалар
Сырҙарын көтөп алалар
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: