Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Март 2022, 16:30

Ҡулланыусылар баҙары ни хәлдә?

Былтыр ҡулланыусылар баҙары яңы шарттарға яраҡлашып, йылдам аяҡҡа баҫыуын дауам итте.

Ҡулланыусылар баҙары ни хәлдә?
Ҡулланыусылар баҙары ни хәлдә?

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышында Башҡортостан Хөкүмәтенең 2021 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үҙенең сығышында ҡулланыусылар баҙарын да телгә алды.

Уның әйтеүенсә, былтыр ҡулланыусылар баҙары яңы шарттарға яраҡлашып, йылдам аяҡҡа баҫыуын дауам итте.  Ваҡ сауҙа әйләнеше тәүге тапҡыр триллионлыҡ сикте (1 триллион 15,8 миллиард һумды) үтеп, “ковидҡа тиклемге” кимәлдән юғарыраҡ булды. 2020 йылға ҡарата үҫеш 3,5 процент тәшкил итте.

Интернет аша сауҙа итеү 2020 йыл менән сағыштырғанда 42,8 процентҡа артты. Пандемияға тиклемге осор менән сағыштырғанда онлайн һатыуҙар күләме 5,3 тапҡырға үҫте. Ҡулланыусылар кооперацияһы системаһын үҫтереү йәһәтенән “Башпотребсоюз” инфраструктураһын йылдам тергеҙеүгә тотондоҡ. Ул сауҙаны үҫтереү этәргестәренең береһенә әүерелергә тейеш.

Мәғлүм булыуынса, ҡулланыусылар кооперацияһы бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереүгә әүҙем булышлыҡ итә.

Сауҙа йорто тормошҡа ашырған төп бурыс – ҡулланыусылар кооперацияһы ойошмаларының һәм социаль туҡланыу операторҙарының ихтыяжын арзан хаҡҡа сифатлы тауарҙар менән ҡәнәғәтләндереү. Хәҙерге шарттарҙа был айырыуса мөһим.

Бөгөн был структура 13 меңдән ашыу пайсыны дөйөм кооперацияға берләштерә. “Башпотребсоюз” күләме һәм сифаты буйынса кәрәкле тауар партияларын алыу һәм ваҡ сауҙа селтәренә сығарыу өсөн бәләкәй тауар етештереү ойошмаларын туплауҙы тәьмин итә.

2021 йылда “Евразия” агропаркының ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек бүлеү үҙәгенең беренсе сираты эшләй башланы. Былтыр ҡулланыусыларҙың мәнфәғәтен яҡлау кимәле буйынса Башҡортостан Республикаһы Рәсәйҙә беренсе урынды яуланы.

Быйылға килгәндә, хаҡҡа контролде тәьмин итеү өсөн Мониторинг үҙәге ойошторола. Ул социаль әһәмиәтле тауарҙар йыйылмаһына ғына түгел, электрониканан алып оҙаҡ ҡулланыла торған тауарҙарға, шул иҫәптән төҙөлөш материалдарына тиклемге киңерәк спектрға мониторингты тормошҡа ашыра.

Андрей Назаров билдәләүенсә, күмәртә-бүлеү үҙәктәренә идара итеү проекттары менән шөғөлләнгән инвесторҙарға ярҙам алымдары киңәйтелә.

Шулай уҡ меню тигеҙлеген һаҡлап ҡалыу өсөн уҡыусыларҙың Башҡортостан бюджеты иҫәбенә туҡланған льготалы категорияларын ашатыуҙы индексациялау ҡарала.

Фото: здоровое-питание.рф

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: