Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Март 2022, 12:00

Йыллыҡ иҡтисади һөҙөмтәлелек бер миллиард һумдан ашты

РФ Иҡтисади үҫеш министрлығының йыл һөҙөмтәләре баһаһы буйынса, Башҡортостан милли проекттың тәүге өс лидерҙары араһында һанала.

Йыллыҡ иҡтисади һөҙөмтәлелек бер миллиард һумдан ашты
Йыллыҡ иҡтисади һөҙөмтәлелек бер миллиард һумдан ашты

 Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттығы ултырышында  Башҡортостан Хөкүмәтенең 2021 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡтар яһалды. Депутаттар алдында ҙур доклад менән Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров сығыш яһаны.

Премьер-министр иҡтисадтың реаль секторы темаһына ла туҡталды.

“Беҙҙең төбәктә етештерелгән продукттарҙың дөйөм динамикаһы 2021 йылда 2 триллион һум тип баһалана, үҫеш 3 процент тәшкил итә. Беҙ 310-сы указдың тәүге планкаһын үтәнек һәм Хөкүмәт эшмәкәрлеге программаһы маҡсат итеп билдәләгән 2,5 триллион һум планкаһына  хәрәкәт итәбеҙ.

Бында “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты сиктәрендә хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү буйынса һөҙөмтәле эшебеҙ - ҙур ҡаҙаныштарыбыҙҙың береһе. Проектҡа 130 предприятие йәлеп ителгән.

РФ Иҡтисади үҫеш министрлығының йыл һөҙөмтәләре баһаһы буйынса, Башҡортостан милли проекттың тәүге өс лидерҙары араһында һанала.

Предприятиеларға һаҡсыл етештереү алымдарын ҡулланыу буйынса адреслы ярҙам күрһәтеү арҡаһында, йыллыҡ иҡтисади һөҙөмтәлелек бер миллиард һумдан ашты” – тип билдәләне Премьер-министр.

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: