

Башҡортостандың Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығының 2021 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Министр Наталья Полянская былтырғы ҡаҙаныштар һәм ағымдағы йылдың пландары тураһында һөйләне.
Ер участкаларын файҙаланыуҙағы үҙгәрештәр, төбәктең иҡтисади үҫеше һәм инвестиция сәйәсәте сиктәрендә дәүләт ярҙамы һәм башҡа мәсьәләләр күтәрелде.
— Министрлыҡ милек хужаларының ер участкаларын һатып алыу сиктәрендә ярҙам сараларын билдәләү мәсьәләһен ҡарарға тәҡдим итте. Шулай итеп, ер участкаларын йорт хужаларына, бина һәм ҡоролмалар хужаларына һатыу мәлендә ташлама билдәләү планлаштырыла, улар һатып алынған участка хаҡының кадастр хаҡына 25 процент күләмендә ташлама аласаҡ. Яңы үҙгәрешкә ярашлы, милек хужаһы участканың кадастр хаҡының дүрттән бер өлөшөнә тиң хаҡҡа ер участкаһын һатып алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ, — тине Наталья Полянская.
Министр шулай уҡ дәүләт хеҙмәттәрен электрон формаға күсереү буйынса атҡарылған эште барланы.
— Башҡортостан Республикаһының Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталына ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәренә ҡағылған 26 дәүләт хеҙмәте электрон төргә күсерелде. Быйыл был исемлеккә тағы өс дәүләт хеҙмәте өҫтәләсәк, — тине Наталья Полянская.
Журналистар Наталья Полянскаяға социаль өлкәгә ҡағылышлы бер нисә һорау бирҙе. Һүҙ Башҡортостан Республикаһы Ер милке министрлығының граждандарҙың ташламаларға эйә булған категорияларын ер участкалары менән тәьмин итеү буйынса эше хаҡында барҙы.
Дөйөм алғанда, 2022 йылдың 1 ғинуарына Башҡортостан Республикаһында ташламаға эйә булған категориялы 68 707 граждан ер участкаһы менән тәьмин ителгән, был теркәлгән граждандарҙың дөйөм һанынан 74 процент (92 588 граждан) тәшкил итә, тип аңлатты ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры.
— Күп балалы, инвалид балаһы булған ғаиләләр, тәҡдим ителгән ер участкаһынан баш тартып, бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү алыуҙы һайлай. Хәҙер сиратта тороусылар һаны 74 процентҡа кәмене, - ти Наталья Полянская.
Наталья Полянская матбуғат конференцияһында, Башҡортостанда бөтә милек комплексына ревизия һәм инвентаризация үткәрелә, тип белдерҙе. Шулай уҡ республика йәй миҙгеле башланыр алдынан шифаханаларҙа күберәк кеше ҡабул итеү маҡсатында бүлмәләр һанын арттырыласағын билдәләне. Сиктәр ябылыу сәбәпле, быйыл йәйге ял ваҡытында рәсәйҙәрҙең күбеһе эске туризмға өҫтөнлөк бирәсәк.
Фото: Башҡортостандың Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығының матбуғат хеҙмәте.