“Работа России” порталында “Демография” милли проектының “Мәшғүллеккә булышыу” федераль проектына ярашлы, бушлай һөнәри белем алыуға заявкалар ҡабул итеү сервисы эш башланы.
Дәүләт хеҙмәт инспекцияһында аңлатыуҙарынса, был хеҙмәттән 50 йәшлек һәм унан да өлкәнерәктәр файҙалана ала. Бынан тыш, түләүһеҙ белем алыуға өс йәшкә тиклем бала тәрбиәләү буйынса ялдағы ҡатындар, уҡыусы балалары булған эшһеҙ ҡатындар, 35 йәшкә тиклемге йәштәрҙең айырым категориялары хоҡуҡлы. Оҙаҡламай был исемлектең ҙурайыуы, эштән бушатылыу алдында торған йәки эшһеҙ ҡалған кешеләр өсөн дә сервистың эшләүе көтөлә.
Ошо һылтанма буйынса инеп, программа тураһында белешә ала алаһығыҙ: https://trudvsem.ru/information-pages/support-employment/.
“Демография” милли проекты үҙ эсенә биш федераль проектты ала. Шуларҙың араһында “Балалы ғаиләләргә финанс ярҙамы”, “Мәшғүллеккә булышыу” проекттары ла бар. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, “Рәсәй Федерацияһында демографик сәйәсәтте тормошҡа ашырыу саралары тураһында”ғы Указдың һигеҙ ҡарарын 2024 йылға үтәү бурысы тора.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото:"Парламентская газета"