Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Апрель 2022, 17:00

Шәкәр менән кәбеҫтәнең хаҡы тикшерелде

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров был хаҡта нимә тип белдерҙе?

Шәкәр менән кәбеҫтәнең хаҡы тикшерелде
Шәкәр менән кәбеҫтәнең хаҡы тикшерелде

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың сәхифәһенән:

"Был беҙҙең Башбакалея предприятиеһы, улар шәкәрҙе үлсәп, ҡаптарға һала һәм сауҙа нөктәләренә оҙата. "Байрам"да шәкәрҙең бер килоһы - 80 һум 50 тин. Бөгөн беҙ төрлө сауҙа нөктәләрен ҡарап сыҡтыҡ. Тауарҙарҙың хаҡтарын күҙәттек, улар халыҡҡа нисек һатылыуын тикшерҙек. Төрлө магазиндарға, шул иҫәптән үҙебеҙҙең республика һәм федераль кибеттәргә индек.

Нимә әйтергә мөмкин - шәкәр булған ерҙә бар, әммә уның хаҡы һәр ерҙә төрлөсә. Әгәр бер аҙна элек килоһын 65 һумға табырға мөмкин булһа, әле 74 һәм 92 һумға тәҡдим итәләр. Беҙҙең сауҙа нөктәләрендә шәкәр күпкә арзаныраҡ хаҡҡа һатыла, был хаҡта етештереүселәр менән һөйләшкән инек тә инде. Тағы шуны күрҙем - бер магазинда тауарҙарға бөтәнләй хаҡтар ҡуйылмаған. Был дөрөҫ түгел.

Беҙҙең республикала шәкәр етештереүселәр эске баҙарҙа киң билдәле булырға тейеш, был йүнәлештә эшләү бурысын Сауҙа һәм Ауыл хужалығы министрлыҡтарына йөкмәтәм. Үҙебеҙҙең ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр менән ныҡлы бәйләнеш булырға тейеш. Үҙебеҙҙең етештереүселәрҙе хуплайым, шәкәрҙе 80 һумға һатып алдым.

Хәҙер кәбеҫтә хаҡында. Һеҙҙең комментарийҙар аша күҙәтеп барам, ысынлап та, хаҡы бик юғары.

Был, беренсенән, үткән йылда ҡоролоҡ булыу сәбәпле, аграрийҙарҙың уңышты етерлек йыйып алмауы, шул арҡала продукттың тиҙ бөтөүенә бәйле. Йәшелсәнең хаҡы уны йыйған ваҡытта, сентябрь айында, арзан була, ә апрель-майҙа уға хаҡ кинәт арта, етмәһә, үҙебеҙҙә етештерелгәндәре бөтә, һөҙөмтәлә ситтән килтерергә мәжбүр булалар.

Икенсенән, йәшелсәләр хаҡының күтәрелеүенә уны күпләп сит илдәрҙән индереү ҙә йоғонто яһамай ҡалмай. Әле сауҙа кәштәләрендәге кәбеҫтәләрҙең күбеһе ситтән килтерелгән".

Фото: "Телеграм" каналы.

Шәкәр менән кәбеҫтәнең хаҡы тикшерелде
Шәкәр менән кәбеҫтәнең хаҡы тикшерелде
Шәкәр менән кәбеҫтәнең хаҡы тикшерелде
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: