Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Апрель 2022, 12:45

Яңы түләү системаһы булдырыла

Рәсәй банктары СБПэй тиҙ түләү системаһын әҙерләй.

Яңы түләү системаһы булдырыла
Яңы түләү системаһы булдырыла

Билдәле булыуынса, Apple Pay һәм Google Pay системаһының эшмәкәрлеге сикләнде. Шуға күрә Рәсәй банктары үҙебеҙҙең СБПэй тиҙ түләү системаһын әҙерләй.

СБПэй - интеграцияланған смартфонда популяр түләү алымдарының береһе, был сервис банк картаһының мәғлүмәттәрен ҡулланмай, бөтә түләүҙәр ҡушымта ярҙамында ҡулланыусының банк иҫәбенән башҡарыла.

Бөтә эре банктар түләүҙең яңы алымын 1 апрелдән ғәмәлгә индерҙе.

СБПэй ҡушымтаһын смартфонда Android операцияһын башҡарып урынлаштырырға мөмкин. Үҙегеҙҙең ҡушымталағы магазинға кереп, "СБПэй" тип эҙләгеҙ һәм ҡушымтаны урынлаштырығыҙ. Шулай уҡ ҡайһы бер смартфондарҙа контакһыҙ түләүҙең бер сервисы - "Мир" түләү системаһы картаһының штатлы режимда Mir Pay түләү системаһы ғәмәлдә.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: