Ғәҙәт буйынса, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә ваҡытында төрлө тармаҡтар буйынса етештереү индексы мәғлүмәттәре менән таныштыра. Был юлы ауыл хужалығы тауарҙары тураһында әйтте.
– Быйылғы йылдың ике айында ауыл хужалығы етештереү индексы 99,4 процент тәшкил иткән. Минең уйлауымса, сәсеү тамамланғас, хәлдәр төҙәлеп китер. Әле иң мөһиме – яҙғы сәсеү эштәрен уңышлы үткәреү. Беҙҙә бының өсөн бөтә шарттар бар, – тине Радий Фәрит улы.
Алдан күп тапҡырҙар билдәләнеүенсә, быйыл ауыл хужалығы тармағына ҙур өмөттәр бағлана. Әлеге ваҡытта республиканың ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре яҙғы сәсеү эштәренә төшөргә әҙерләнә.
Шулай уҡ республика етәксеһе бөгөн иртән ишеткән күңелле яңылыҡ менән уртаҡлашты. “Башҡортостан” милли паркында бал ҡорттары уянған икән.
– Хатта бал ҡорттары уянған, һүҙ ҡырағай ҡорттар тураһында бара. Уянғандар һәм яҙғы эштәргә тотонғандар. Беҙгә лә уларҙан өлгө алырға кәрәк. Был бөтәһе өсөн дә мөһим билдә, – тине ул.
Фото: two-worlds.ru