Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Апрель 2022, 15:00

Сит ил брендтары китһә ни...

Өфөнөң еңел сәнәғәт предприятиелары ярҙам ала һәм уларға дәғүәсе була ала. 

Сит ил брендтары китһә ни...
Сит ил брендтары китһә ни...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн социаль селтәрҙәрҙә пост ҡалдырҙы. Ул импортты алмаштырыуға ҡағыла.

“Импортты алмаштырыуға ҡағылышлы бер нисә һүҙ. Был юлы – еңел сәнәғәттә.

MADYART Өфө компанияһының ҡатын-ҡыҙ кейеме магазиндары оҙайлы ваҡыт сауҙа үҙәктәрендә сит ил салондары менән йәнәш торҙо. Хәҙер ҡайһы бер сит ил брендтары китә һәм беҙҙең етештереүселәрҙә үҫеш өсөн мөмкинлектәр  арта.  

MADYART компанияһы ҡатын-ҡыҙҙар кейеме баҙарында 29 йыл эшләй, Рәсәйҙең 11 ҡалаһында 25 салоны бар. Предприятиеның үҙ дизайн-бюроһы һәм конструктор бүлеге бар, бында улар үҙ лекалаларын булдыра.

Санкция баҫымы шарттарында беҙҙең еңел сәнәғәткә бер ҡасан да булмаған кеүек ярҙам кәрәк. Быйыл беҙ бюджеттан сеймал һәм материалдар һатып алыуға сығымдарының бер өлөшөн субсидиялау өсөн 150 миллион һум бүлергә ниәтләйбеҙ.

Беҙҙең предприятиелар “Легпром”, “Көрсөккә ҡаршы саралар” һәм “Сәнәғәткә ярҙам” программалары буйынса республиканың Сәнәғәтте үҫтереү фондында льготалы займдар алыу мөмкинлегенә эйә. Шулай уҡ кредит килешеүҙәре буйынса процент ставкаһының бер өлөшөн ҡаплауға гранттар планлаштырылған. Субсидия – 30-100 миллион һум һәм ике йылға тиклем.

Еңел сәнәғәткә етди ярҙам саралары федераль кимәлдә күрһәтелә. Былар барыһы ла предприятиеларыбыҙға үҫешергә, етештереү күләмдәрен арттырырға һәм һатып алыусы өсөн конкуренция алып барырға ярҙам итер, тип ышанам.

Ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт ошонда: https://frprb.ru/

Барығыҙға ла уңыштар!” тип яҙҙы ул.

#сделановРоссии #сделановБашкортостане #знайнаших #покупайнаше -

 

Фото: "Бәйләнештә". 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: