Башҡортостан
-14 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Апрель , 18:30

Быйыл да ҙур килешеүҙәр төҙөлөр тип көтөлә

Башҡортостан Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнашасаҡ.

Быйыл да ҙур килешеүҙәр төҙөлөр тип көтөлә
Быйыл да ҙур килешеүҙәр төҙөлөр тип көтөлә

Башҡортостан делегацияһы, йола буйынса, Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнашасаҡ. Был хаҡта республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан хәбәр иттеләр.

“Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы-2022” 15-18 июндә үтә. 25-се юбилей форумында эшлекле осрашыуҙар, фекер алышыу майҙансыҡтары, илдең һәм төбәктәрҙең социаль-иҡтисади үҫешенең төп мәсьәләләре буйынса "түңәрәк өҫтәл"дәрҙә ҡатнашыу ҡаралған.

“Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы-2021” республика өсөн йәлеп ителгән инвестициялар күләме буйынса рекордлы булды. 122 миллиард һумдан ашыу суммаға 25 килешеүгә ҡул ҡуйылды. Сағыштырыу өсөн: 2019 йылда инвестиция килешеүҙәре портфеле 82 миллиард һум тәшкил итте, ә 2018 йылда бөтәһе 30 миллиард һум ғына ине, – тип хәбәр итте Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрының беренсе урынбаҫары Лена Изотова. – Быйыл да килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу күҙаллана".

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылда Петербург иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм “Башҡортостан сода компанияһы”ның генераль директоры Эдуард Давыдов төбәк биләмәһендә предприятиеның 27,6 миллиард һумлыҡ ҙур проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса ниәттәр тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Проектты 2022-2026 йылдарҙа тормошҡа ашырыу күҙаллана.

Башҡортостан сода компанияһы Рәсәйҙең 2030 йылға тиклем илебеҙ предприятиеларында терегөмөштө файҙаланыуҙы тыйыу тураһындағы концепцияны тормошҡа ашырыуға ҡушылды. "Биш, күп тигәндә алты йыл был программаны тормошҡа ашырырға һәм “Каустик” майҙансығында 1964 йылдан алып эшләп килгән экологик яҡтан зыянлы терегөмөш электролизһыҙ, яңы заманса призводство төҙөргә тейешбеҙ", - тип хәбәр итте "Башҡортостан сода компанияһы" генераль директоры Эдуард Давыдов.

Шулай уҡ форум барышында былтыр Башҡортостан Хөкүмәте менән “А7 Менеджмент” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, республика агросәнәғәт комплексында эре инвестор араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө.

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы – иҡтисад һәм бизнес донъяһында ҙур ваҡиға. Ул 1997 йылдан алып үткәрелә. Санкцияларға, геосәйәси хәлгә ҡарамаҫтан, 69 ил форумда ҡатнашыуҙарын раҫланы. Был Рәсәй менән эшлекле бәйләнештәрҙе баһалауҙары, уларға донъя кимәлендәге ҙур лидерҙарҙың булышлыҡ итеүе хаҡында һөйләй. Форумды үткәреү илдең донъяның бөтә дәүләттәре менән эшлекле һәм мәҙәни алмашыу өсөн асыҡ булыуы хаҡында һөйләй. Ҡунаҡ ил булып Мысыр сығыш яһай. Программа глобаль һәм Рәсәй иҡтисады мәсьәләләренә арналасаҡ.

Фото: dr.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в