Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Апрель 2022, 19:30

Еңел сәнәғәт уңышлы үҫә

Радий Хәбиров Өфөләге еңел сәнәғәт предприятиеларында булды.

Еңел сәнәғәт уңышлы үҫә
Еңел сәнәғәт уңышлы үҫә

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров еңел сәнәғәт предприятиеларында булды, шулай уҡ Махсус кейем етештереү буйынса компетенциялар үҙәген асыу мәсьәләләре буйынса күсмә кәңәшмә үткәрҙе. Фекер алышыуҙа төбәк Хөкүмәте ағзалары, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар, шулай уҡ көс структураларының территориаль бүлексәләре етәкселәре ҡатнашты.

Кәңәшмә “Магеллан” компаниялар төркөмөнә ингән “Уралпром-Маркет” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең махсус кейем тегеү майҙансығында үтте. Ул 20 йылдан ашыу инде обмундирование, шулай уҡ һунар, балыҡ тотоу һәм әүҙем ял, сәнәғәт тармаҡтары өсөн махсус кейем етештерә. Предприятиела Радий Хәбиров етештереү технологияһы, шулай уҡ продукция өлгөләре менән танышты. Уның ассортиментында – йәйге, ҡышҡы һәм төрлө миҙгелдә кейерлек костюмдар, курткалар, салбарҙар, төрлө тәғәйенләнештәге күлдәктәр, плащтар.

Башҡортостандың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы ярҙамы менән “Уралпром-Маркет” предприятиеһы 2023 йылда автоматлаштырылған тегеү ҡорамалы һатып алырға ниәтләй. Был кейем етештереү күләмен арттырыу һәм уның сифатын яҡшыртыу мөмкинлеген бирәсәк, шулай уҡ уның үҙҡиммәтен кәметәсәк. Ошоға бәйле “Магеллан” компаниялар төркөмө етәкселеге БДБ илдәренә продукция оҙатыу мәсьәләһен ҡарай.

Кәңәшмәне асып, Башҡортостан Башлығы республиканың еңел сәнәғәт секторының уңышлы эшләүен билдәләне.

– Беҙҙең иҡтисад ҡатмарлы шарттарҙа ярайһы уҡ һәйбәт үҫә. Нефть химияһы һәм машиналар эшләү кеүек традицион тармаҡтар менән бер рәттән еңел сәнәғәт тә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә, – тине Радий Хәбиров.

Етештереүселәрҙең тәжрибәһен иҫәпкә алып, республика Башлығы Башҡортостанда Махсус кейем сығарыу буйынса федераль кимәлдәге компетенциялар үҙәген булдырыу башланғысын тәҡдим итте. Ул республика Хөкүмәтенә етештереүселәр менән берлектә яңы кооперация бәйләнештәрен һәм Компетенциялар үҙәген ойоштороу буйынса юл картаһын әҙерләргә ҡушты.

– Тиҙ арала эш йүнәлештәрен билдәләү һәм кейем-һалым етештереү этабына сығыу мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Белеүегеҙсә, 1 июндә Шишмә районында “Патриот” хәрби-ватансылыҡ паркы курсанттарҙы ҡабул итә башлай. Профилле сменаларҙа ҡатнашыусылар өсөн дә уңайлы һәм сифатлы форма тегеү зарур.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар еңел сәнәғәт предприятиеларының хәлен, уларҙы артабан үҫтереү планын, шулай уҡ республика яғынан өҫтәмә ярҙам сараларын тикшерҙе.

Өфө буйлап эш сәфәрендә Радий Хәбиров Өфөләге MadyArt компаниялар төркөмөнөң етештереү цехтарын ҡарап сыҡты. Ул ҡатын-ҡыҙҙар кейеме баҙарында 2003 йылдан эшләй, үҙенең дизайн-бюроһы һәм конструкторҙар бүлеге бар.

Компаниялар төркөмө етәксеһе Игорь Черненко әйтеүенсә, MadyArt  маркаһы аҫтында йылына 90 мең тирәһе изделие етештерелә. Уларҙы Рәсәйҙең 11 ҡалаһындағы 25 салонда һаталар. Шулай уҡ үҙенең интернет-магазины ла бар.  Компанияла 282 кеше эшләй. Етештереү комплекстары Өфөлә, Салауатта һәм Бөрөлә урынлашҡан.  

Фото: glavarb.ru/rus/press

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: