Бөгөн Өфө ҡалаһының 1-се полилингваль гимназияһында балалар һәм йәштәр өсөн финанс белем аҙналағы башланды. Башҡортостандың финанс министры урынбаҫары Нелли Бердина уҡыусыларҙы сәләмләгәндә бөгөнгө тормошта финанс йәһәттән белемлелектең ни тиклем мөһим булыуын билдәләне.
- Ҡайһы ғына тармаҡты алһаҡ та, нәҡ шул йүнәлеш буйынса белгестәр кәрәк. Һеҙ финанс белеме йүнәлешендә камиллашыу мөмкинлегенә эйәһегеҙ. Бөгөн ошо темаға ҡағылышлы саралар әҙерләнгән. Улар белемегеҙҙе арттырыр тип ышанам, - тине ул.
Гимназия Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Уҡыу йорто директоры Рафаэль Сафуанов билдәләүенсә, әлеге гимназия - буласаҡ финанс белгестәрен тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән белем биреү үҙәге.
- Финанс өлкәһе йәшәйештең һәр тармағына ҡағыла. Мәҫәлән, район, ҡала, республиканың үҙ финанс нигеҙе бар. Күреүегеҙсә, бындай белем һәр ерҙә кәрәк. Киләсәктә ниндәй генә һөнәр эйәһе булһағыҙ ҙа, финанс яҡтан белемегеҙҙе камиллаштырыу тик ыңғай йоғонто яһаясаҡ, тормошоғоҙҙо яҡшыртыуға килтерәсәк, - тине ул.
Финанс белем биреү аҙналығы республикала һигеҙенсе тапҡыр үткәрелә. Бындай саралар республиканың һәр муниципалитетында ойошторола. Йыл һайын ошо сараларҙа ҡатнашыусылар һаны арта, ә уҡыусылар араһында финанс белеме буйынса Рәсәй кимәлендә үткәрелгән олимпиадаларҙа еңеүселәр күбәйә бара.
Быйыл 1 сентябрҙән бөтөн кластарҙа ла финанс белемде үҫтереү маҡсатында дәрестәр индереләсәк. Был мәсьәләгә Башҡортостандың финанс министры урынбаҫары Нелли Бердина аныҡлыҡ индереп китте.
"Уҡытыусылар ошо йәһәттән белемен камиллаштырҙы, әҙерлек этабы күптән башланған ине. 2500 уҡытыусы өҫтәмә белем алды. Шуға ауырлыҡтар булмаясаҡ. Финанс белем айырым предмет булараҡ уҡытылмаясаҡ, ә мәктәп программаһына ингән фәндәргә өҫтәмә мәғлүмәт итеп биреләсәк. Мәҫәлән, математика дәрестәрендә. Әсбаптар һәм кәрәкле ҡулланыу брошюралары бар, бөтөн кәрәкле мәғлүмәтте министрлыҡтың сайтында табырға була", - тине ул.
Гимназияла белем алған уҡыусылар финанс белемен камиллаштырыу буйынса лекциялар ғына тыңлап ҡалмай, алған мәғлүмәтте тормошта ҡуллана. Шуларҙың береһе - 7-се “Д” класынан Айгөл Алтынбаева. Ҡыҙҙың банк картаһында 30 мең һум аҡсаһы бар икән.
"12 йәштән карта асырға мөмкинлек биргән банк аша атай-әсәйемдән иҫәп астырҙым һәм йыйған аҡсамды шунда һалдым. Был сумма өләсәй-олатайҙар, туғандар, атай-әсәйем бүләк иткән аҡсаны йыйып тупланды. Барыһы ла инде икенсе йыл ошо иҫәптә ята, йыл һайын биш процентҡа арта. Әлбиттә, был күп түгел. Әммә 14 йәш тулғас, икенсе банкта иҫәп астырып, аҡсаны шунда күсерәсәкмен. Проценты юғарыраҡ булғанды табып. Тупланған аҡсаны алырға ашыҡмайым. Киләсәктә уҡыуыма тотонорға уйлайым", - ти Айгөл.
Финанс йәһәтенән белемде камиллаштырыу буйынса бөтөн мәғлүмәтте http://www.fa.ru/fil/ufa/News/2021-06-08-01.aspx һылтанмаһы буйынса табырға була.
Автор фотолары.