5-8 апрелдә Минск ҡалаһында “Машиналар эшләү-2022” VIII халыҡ-ара махсус күргәҙмә үтә. Унда Башҡортостандан да ете преприятие ҡатнаша.
“Халыҡ-ара күргәҙмәләр Башҡортостан компанияларына сарала ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға үҙ продукцияһының юғары сифатын һәм конкурентлыҡҡа һәләтен күрһәтергә мөмкинлек бирә”, - тине Башҡортостандың Тышҡы иҡтисад һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Республиканың күргәҙмә экспозицияһы "Индукция машиналары", "ЕСМ", "Станкомонтаж", "Көнъяҡ Урал үлсәү заводы", "Ишимбай станоктар ремонтлау заводы”, "Антарес", "Катран" компаниялары тарафынан ойошторолдо.
Күргәҙмә композицияһын асыуҙа Рәсәйҙең Беларусь Республикаһындағы сауҙа буйынса вәкиле Юрий Золотарев ҡатнашты.
“Импортҡа алмаш – хәҙерге ваҡыттағы төп бурыс, был күргәҙмә Рәсәй Федерацияһы өсөн һәр ваҡыт мөһим булды. Сарала ҡатнашҡан һәр өсөнсө компания беҙҙең илдеке. Йылдағыса, күргәҙмә майҙанында иң әүҙем төбәктәрҙең береһе - Башҡортостан”, – тип билдәләне Юрий Золотарев.
Фото: "Башинформ".