Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Апрель 2022, 23:30

Башҡортостан Башлығы бизнес-шерифтар менән осрашты

Былтыр муниципаль кимәлдә 933 инвестиция проекты тормошҡа ашырылған, дүрт мең самаһы эш урыны булдырылған.

Башҡортостан Башлығы бизнес-шерифтар менән осрашты
Башҡортостан Башлығы бизнес-шерифтар менән осрашты

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтарының урынбаҫарҙары (бизнес-шерифтар) менән осрашты. Көн тәртибенә санкциялар баҫымы шарттарында эшҡыуарлыҡ башланғыстарын үҫтереү мәсьәләһе ҡуйылды.

Ултырышты асып, төбәк башлығы 2019 йылда Башҡортостанда Бизнес-шерифтар институты эшләй башлауы хаҡында хәтергә төшөрҙө. Муниципалитеттарҙа эшҡыуарлыҡ буйынса хакимиәт башлығы урынбаҫарын тәғәйенләү башланғысын Радий Хәбиров беренсе тапҡыр бизнес-берләшмә менән асыҡ диалог барышында тәҡдим итте.

— Республика өсөн бөтөнләй яңы алым ине. Алдығыҙҙа торған төп бурыс – эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү, инвестициялар йәлеп итеү. Муниципалитет етәкселәренән һеҙ ошо йүнәлеш менән генә шөғөлләнһен өсөн башҡа йөкләмәләр ҡуймауҙарын махсус һораным, сөнки ул - ғәйәт ҙур эш фронты. Был вазифаға кемделер тәғәйенләр алдынан райондың бизнес-берләшмәһенең фекерен иҫәпкә алдыҡ. Ике йыл ярымдан бизнес-шерифтар институты булдырылды тип ышаныслы әйтә алам. Республикала эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү һәм уны яҡлау буйынса мөһим эш менән шөғөлләнеүсе коллектив барлыҡҡа килде. Беҙҙең был тәжрибә федераль кимәлдә юғары баһаланды, - тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, бизнес-шерифтар коронавирус пандемияһы шарттарында һөҙөмтәле эштәрҙә ҙур тәжрибә туплаған. Хәҙер улар алдында яңы, тағы ла ҡатмарлыраҡ бурыстар тора.

- Беҙҙең алдыбыҙҙа илебеҙ өсөн бығаса күрелмәгән бурыс тора. Ауыр буласаҡ, әммә барыһын да мотлаҡ еңеп сығырбыҙ. Хәҙер беҙҙең өсөн иң мөһиме – республика иҡтисадын эшләтеү, — тине Радий Хәбиров. - Предприятиелар эшләргә тейеш. Беҙ улар араһында логистика бәйләнештәре урынлаштырырға, сеймал менән тәьмин итергә, партнерҙар һәм компоненттар эҙләүҙә ярҙам күрһәтергә тейешбеҙ.

Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса Республиканың социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү буйынса оператив штаб булдырылған. Һәр муниципалитетта ла ошондай уҡ штаб эшләргә тейеш.

— Штаб ултырыштарында беҙ бөтә төбәк буйынса төп ҡарарҙар ҡабул итәбеҙ. Беренсенән, коронавирус пандемияһы барышында эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү буйынса күрелгән бөтә федераль һәм республика саралары тулыһынса һаҡлана – уларҙың бөтәһе 200 тирәһе. Бынан тыш, Башҡортостан Хөкүмәте көрсөккә ҡаршы сараларҙың сираттағы пакеты өҫтөндә эште тамамлай, уны беҙ бер аҙнанан күрһәтергә ниәтләгәнбеҙ. Бизнесҡа административ баҫымды тағы ла кәметеү, уның үҫешенә ҡамасауламау мөһим. Беҙ һәр ваҡыт шуны иҫтә тоторға тейешбеҙ: көрсөк – мөмкинлектәр ваҡыты. Шуға күрә һеҙҙән инвестициялар йәлеп итеү буйынса эш талап итәбеҙ. Республика 2021 йылда 419 миллиард һум инвестиция йәлеп иткән һәм күрһәткесте 5,1 процентҡа арттырыу менән тамамлаған.

Бизнес-шерифтар менән осрашыуҙа Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров та ҡатнашты.

– Төбәк башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, ошо ваҡыт эсендә беҙ дәүләт ярҙамы сараларының өс пакетын ҡабул иттек. Федераль кимәлдә улар Рәсәй төбәктәре араһында иң һөҙөмтәлеләрҙең береһе тип танылды. Һөҙөмтәлә беҙ иҡтисадҡа инвестициялар йәһәтенән ыңғай тенденция һаҡлайбыҙ. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ ярҙамы менән республика бөтә Рәсәй бизнес секторын кәметеү йүнәлеше фонында пандемияға тиклемге позицияларға өлгәште, - тине Андрей Назаров.

Башҡортостанда уҙған йыл йомғаҡтары буйынса, 2020 йыл менән сағыштырғанда, бәләкәй һәм урта предприятиелар һаны ике процентҡа — 129 меңгә тиклем артҡан. Ярты миллионға яҡын кеше эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, был тулайым төбәк продуктының яҡынса 30 процентын тәшкил итә. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтан республиканың тупланма бюджетына һалым керемдәре 25 процентҡа арта — 2021 йылда уларҙың күләме 12,3 миллиард һум тәшкил итә.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры тышҡы санкциялар баҫымы шарттарында республика иҡтисадының үҫешен тәьмин итеү буйынса өҫтөнлөклө ғәмәлдәр тураһында ла һөйләне.

— Беҙҙең план яҡынса 24 миллиард һумлыҡ өҫтәмә 150 ярҙам сараһынан тора. Уларҙың 117-һе яңы һәм булған ҡоралдарҙы тулыландырыуы мөһим. Әйтәйек, ябайлаштырылған һалым системаһы буйынса килем буйынса ставканы алты проценттан ике процентҡа тиклем, ә килемгә ҡарата 15 проценттан 7,5 процентҡа тиклем кәметергә тәҡдим итәбеҙ. Был сара эшҡыуарҙарҙың иң ныҡ зыян күргән категорияларына ҡағыласаҡ. Улар шулай уҡ ер һалымынан азат ителеү һәм патент һалымы системаһы буйынса түләү күләмен кәметеү менән файҙалана аласаҡ, - тине Андрей Назаров.

Пандемияға ҡаршы саралар тәжрибәһенә таянып, ер участкаларын һәм дәүләт милкен ҡуртымға алыу буйынса ташламалар ҡаралған. Бында социаль эшҡыуарҙар өсөн ҡуртым хаҡын 0,01 процент күләмендә иҫәпләгәндә, төҙәтеү факторы билдәләнәсәк. Ҡалған категориялар өсөн ҡуртым хаҡын түләү кисектерелә.

Еңел сәнәғәт предприятиелары сеймал һатып алыуға һәм әйләнештәге капиталды тулыландырыуға өҫтөнлөк аласаҡ, ә ауыл хужалығы етештереүселәренә орлоҡ, химик матдәләр, машиналар һәм ҡорамалдар һатып алыуға субсидия биреләсәк.

Андрей Назаров шулай уҡ Импортҡа алмаш һәм импорт менән тәьмин итеү республика үҙәген булдырыу тураһында ентекле һөйләне.

— Халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн Үзбәкстанда һәм Ҡытайҙа сауҙа миссияларын асыуға әҙерләнәбеҙ. Ҡытайға, БДБ илдәренә һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азияға ауыл хужалығы продукцияһын тиҙләтеү буйынса "Агроэкспресс" проекты өҫтөндә эш башланыҡ, — тине Андрей Назаров.

Республика Хөкүмәтенең айырым иғтибары социаль эшҡыуарлыҡҡа йүнәлтелгән. Үҫеш кимәле буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә икенсе урынды биләй. Был өлкәлә эшләүселәргә 500 мең һумға тиклем грант бирелгән. Йәш әүҙем эшҡыуарҙар ҙа ошондай уҡ ярҙам сараһына иҫәп тота ала.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры 2022 йылға төп бурыстарҙы билдәләне.

— Беҙ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡта мәшғүллекте арттырасаҡбыҙ, шул иҫәптән шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙың кәм тигәндә 10 процентын ауыл хужалығы хеҙмәттәшлегенә йәлеп итәсәкбеҙ. Бизнес алып барыу өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙы дауам итәсәкбеҙ, бигерәк тә санкциялар сикләүе шарттарында. Беҙ һәр муниципалитетта социаль, йәштәр һәм ғаилә эшҡыуарлығын үҫтереү буйынса ярҙам сараларының маҡсатлылығын һәм ҡулайлылығын арттырасаҡбыҙ. Эшҡыуарҙар, үҙмәшғүлдәр өсөн "Минең эшем" үҙәге күрһәткән хеҙмәттәр һанын арттырасаҡбыҙ. Төбәк һәм муниципаль контроль һәм күҙәтеү органдары тарафынан бәләкәй эшҡыуарлыҡты тикшереүгә мораторий индерелде, — тип йомғаҡ яһаны Андрей Назаров.

Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары — Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов билдәләүенсә, төбәктәр алдында иң уңайлы инвестиция климатын тәьмин итеү, шул иҫәптән инвестиция циклын 30 процентҡа ҡыҫҡартыу бурысы тора. Был маҡсатҡа өлгәшеү өсөн Рәсәй Хөкүмәте Төбәк инвестиция стандартын әҙерләне, ә былтыр Башҡортостан уны тормошҡа ашырыу буйынса пилот төбәктәр иҫәбенә инде. Республика Хөкүмәте был эште 2022 йылдың июненә тиклем тамамларға ниәтләй.

Ул уңайлы эшлекле климат булдырыу, инвесторҙар йәлеп итеү һәм уларға ярҙам итеү, муниципаль-шәхси партнерлыҡ проекттарын тормошҡа ашырыу, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү, инфраструктура үҫеше, шулай уҡ урындағы үҙидаралыҡтарҙың бизнес менән үҙ-ара бәйләнешен ойоштороу йәһәтенән республика ҡалалары, райондары эшенең оптималь алгоритмдарын күҙ уңында тота. Ошо стандарт нигеҙендә республика муниципаль хакимиәттәрҙең, бизнес-шерифтарҙың эшмәкәрлеген баһалау критерийҙарын булдырған.

Рөстәм Моратовтың белдереүенсә, 2021 йылда муниципаль кимәлдә дөйөм инвестиция күләме 43 миллиард һумдан ашыу булған 933 инвестиция проекты тормошҡа ашырылған һәм дүрт мең самаһы эш урыны булдырылған. 382,7 миллиард һумлыҡ 1373 проектты тормошҡа ашырыу дауам итә, шуның арҡаһында республикала 22 меңдән ашыу эш урыны барлыҡҡа киләсәк.

Республиканың эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов бизнес-шерифтар институтын үҫтереү тураһында һөйләне.

"Бизнес-шериф вазифаһына осраҡлы кешеләр тәғәйенләнмәй. Кандидаттар бер нисә кимәлдә әңгәмәләр үтә, муниципалитетты үҫтереү проекттары, инвестициялар һәм эшҡыуарлыҡ өлкәһендә оҙайлы пландар менән таныштыра. Әйтәйек, 2021 йылда бизнес-шерифтар ҡатнашлығында "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" ултырыштарында дөйөм суммаһы 446,9 миллиард һум тәшкил иткән 3609 инвестиция проекты ҡаралды, уларҙың 49,5 мең яңы эш урыны булдырыу мөмкинлеге бар. Республикала был күрһәткестәре буйынса Нефтекама, Туймазы, Тәтешле райондары алдынғылыҡты бирмәй", - тине Нияз Фазылов.

Артабан сарала Стәрлетамаҡ һәм Бөрө бизнес-шерифтары сығыш яһаны.

Стәрлетамаҡта эшҡыуарлыҡты үҫтереү, инвестициялар йәлеп итеү буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Гүзәл Ситдиҡова һөйләне.

— 2020 йыл менән сағыштырғанда, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән ойошмалар һаны дүрт процентҡа, йәғни — 7 424-кә тиклем артҡан. Стәрлетамаҡ бюджетындағы һәр дүртенсе һум айырым эшҡыуарҙарҙың һалым керемдәренән тора, — тип билдәләне ул.

Стәрлетамаҡ Ҡаҙағстан предприятиелары, атап әйткәндә, Уральск нефть химияһы белгестәре менән төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығыта, шулай уҡ импортҡа алмаш программаларын әүҙем тормошҡа ашыра. Шулай итеп, "Инмаш" концерны шар-винтлы трансмиссиялар сығара, улар станоктар төҙөүҙә һәм авиацияла мөһим компоненттар булып тора. Планда ауыл хужалығы техникаһы, автомобилдәр механизмдарын етештереүҙе тергеҙеү пландары бар.

"Август айында Стәрлетамаҡта "Сауҙагәр 2.0" эшҡыуарлыҡ фестивален үткәрергә булдыҡ. Былтыр был сара республиканың төрлө райондарынан килгән һөнәрселәрҙе һәм аҙыҡ-түлек етештереүселәрҙе йыйҙы. Быйыл фестивалде тағы ла киңәйтергә, ҡыҙығыраҡ итергә теләйбеҙ", - тине Гүзәл Ситдиҡова.

Ултырыш аҙағында төбәк Башлығы билдәләүенсә, республиканың социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү өсөн оператив штаб ултырыштарында бизнес-шерифтар район-ҡала хакимиәттәре башлыҡтары менән бергә ҡатнашырға тейеш.

Фото һәм текст сығанағы: Башҡортостан Башлығының рәсми сайты.

Башҡортостан Башлығы бизнес-шерифтар менән осрашты
Башҡортостан Башлығы бизнес-шерифтар менән осрашты
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: