Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе.
“Ете диңгеҙ аръяғы һүҙе булған бизнес-шерифтарға Башҡортостанда өйрәнделәр. Был - Радий Хәбировтың идеяһы, райондар иһә тормошҡа ашыра. Беҙ, Республикаға идара итеү үҙәге командаһы ла, ошо ғәҙәти булмаған проектҡа ҡатнашлығыбыҙ булыу менән ғорурланабыҙ.
Бизнес-шерифтар нимә менән шөғөлләнә һуң? Улар – район башлыҡтарының иҡтисад буйынса урынбаҫарҙары, маҡсаттары – урында бизнес вәкилдәре менән эшләү. Беҙ иһә уларға йүнселдәр ярҙам итеү саралары хаҡында белһен, ҡулланһын өсөн мәғлүмәт йәһәтенән ярҙам итәбеҙ.
Республикаға идара итеү үҙәгендә ниндәй инструменттар бар һуң?
Эшҡыуарлыҡ буйынса чат-бот: t.me/msp_rbbot
Хәбировтың бизнес вәкилдәре менән аралашыуы өсөн төркөм: https://vk.com/public210946946
Кире бәйләнеш платформалары, “ПОС” һәм “Инцидент-менеджмент”.
Был йүнәлештә республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты, башҡа министрлыҡтар, ведомстволар, муниципалитеттар менән эшләйбеҙ. Маҡсатыбыҙ бер – эшҡыуарҙарға үҙ урынын табыу, уларға булышлыҡ итеү. Ә был – эш урындары, һалымдар... Барлыҡ ярҙам саралары менән республиканың Инвестиция порталында танышырға мөмкин: https://investrb.ru/ru/.
Бөгөн бизнес-шерифтар менән аралаштыҡ. Башта – Радий Хәбиров менән кәңәшмәлә, унда беҙҙе саҡырҙылар. Ентекләберәк: Радий Хәбиров аҙна һайын район һәм ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәрелергә тейешлегенә иғтибар итте. Бизнес-шериф командалары менән тап ошондай килешеү 2019 йылда булғайны. Был – эшҡыуарҙар өсөн хакимиәткә килеп “ишеккә ҡағыу”, үҙ проектың хаҡында һөйләү, һорау биреү мөмкинлеге.
Хәҙер һандар: 2021 йылда Башҡортостан райондарында ошондай 2827 сәғәт үткәрелгән, 4374 проект ҡаралған, иғлан ителгән инвестициялар күләме 270,5 миллиард һум тәшкил иткән.
Артабан бизнес-шерифтар Республикаға идара итеү үҙәгенә килде. Бына ул – фото, видео ла буласаҡ, уларҙы, бизнес-шерифтарҙы, күрһәтке килә. Әйткәндәй, Рәсәйҙә бындай проект юҡ!”
Фото: Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге.