Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Апрель 2022, 13:45

Көн тәртибендә – йәнә ярҙам саралары

Федераль кимәлдә көрсәккә ҡаршы 200-гә яҡын сара ғәмәлгә индерелә.

Көн тәртибендә – йәнә ярҙам саралары
Көн тәртибендә – йәнә ярҙам саралары

Республикаға идара итеү үҙәгендә иҡтисадтағы көрсөккә ҡаршы саралар буйынса проект офисының сираттағы ултырышы булды. Унда төҙөлөш һәм мәғлүмәт технологиялары өлкәһенә өҫтәмә ярҙам мәсьәләһе ҡаралды. Ултырыш Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә үтте.

Уның әйтеүенсә, федераль кимәлдә көрсәккә ҡаршы 200-гә яҡын сара ғәмәлгә индерелә.

– 5 апрелдә санкция шарттарында Рәсәй иҡтисадының тотороҡлоғон арттырыу буйынса Хөкүмәт комиссияһы президиумы ултырышында йәнә 20-гә яҡын башланғыс тикшерелде. Улар иҫәбендә – сәнәғәт продукцияһын етештереүҙе раҫлауға яңы һығымталарҙың ғәмәлдә булыу ваҡытын өс йылға тиклем арттырыу, комплектлау өлөштәренә конструкторлыҡ документацияһын әҙерләгәндәргә гранттар, льготалы кредитлау, импорт ғәмәлдәрен ябайлаштырыу, бөлгөнлөк тураһындағы эштәр ҡуҙғатыуға мораторий һәм башҡалар, – тине Андрей Назаров.

Ултырышта Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары –  иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов республика кимәлендә планлаштырылған дәүләт ярҙамы тураһында һөйләне. Төҙөлөш һәм архитектура министрының беренсе урынбаҫары Алексей Новиков төбәктәге төҙөлөш өлкәһендәге яңылыҡтар менән таныштырҙы. Уның әйтеүенсә, төҙөлөш әүҙем бара, төҙөлөш материалдары етештереү буйынса предприятиеларҙың эше туҡтамай.

Проект офисы ултырышында шулай уҡ мәғлүмәт технологиялары өлкәһендәге мәсьәләләр ҡаралды. Был өлкәгә булышлыҡ итеү өсөн Рәсәй Хөкүмәте 21,5 миллиард һум бүлгән.

Дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министры Геннадий Разумикин ИТ-компанияларға федераль ярҙам саралары тураһында телмәр тотто. Бындай сараларға һалым өҫтөнлөктәрен ғәмәлгә индереү, тикшереүҙәргә мораторий, ИТ-белгестәрҙе хәрби хеҙмәткә алыуҙы кисектереү, ИТ-компанияларға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға аҡса бүлеү, уларға льготалы кредиттар, грант ярҙамын арттырыу инә.

Төбәк кимәлендәге өҫтәмә саралар сифатында һалым буйынса өҫтәмә ташламалар; грант ярҙамында ҡатнашҡан предприятиелар өсөн уңайлы шарттар булдырыу ҡарала.

Проект офисы ултырышында шулай уҡ республиканың төҙөлөш һәм мәғлүмәт-коммуникация өлкәһе вәкилдәренең тәҡдимдәрен тыңланылар.

Андрей Назаров, ошо тәҡдимдәрҙе иҫәпкә алып, республиканың көрсөккә ҡаршы планы проектын төҙөргә ҡушты.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: