Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Апрель 2022, 22:15

Ҡулланыусылар баҙарындағы хәл тикшерелде

Шәкәргә ихтыяж кәмегән, әммә киләсәктә бындай хәлде булдырмау юлдарын табырға кәрәк.

Ҡулланыусылар баҙарындағы хәл тикшерелде
Ҡулланыусылар баҙарындағы хәл тикшерелде

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республикала ҡулланыусылар баҙарында шәкәр менән бәйле хәлде тикшереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда төбәктең монополияға ҡаршы хеҙмәте етәксеһе Андрей Хомяков, логистика компаниялары һәм продукцияны етештереүселәр ҡатнашты.

— Ике аҙна элек Башҡортостанда шәкәргә ихтыяж артыуының иң ҡыҙыу мәле теркәлде. Шул уҡ ваҡытта республикала Раевка һәм Шишмә шәкәр заводтарында уның запасы етерлек — 28 мең тонна ята. Ял көндәрендә "Магнит", "Пятерочка", "Лента" федераль сауҙа селтәрҙәрендә һәм "Байрам"да шәхсән булдым. Бөгөн шәкәргә ундай ихтыяж юҡ, бөтөн ерҙә лә һатыла. Әммә республика етештереүселәренең шәкәрен тик "Байрам"да ғына таптым. Беҙҙең магазиндарҙағы һатыуҙа шәкәргә хаҡ башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда түбәнерәк. Тимәк, халыҡты был продукт менән тәьмин итеү буйынса күрелгән саралар һөҙөмтәлелеген күрһәтә.

Беҙҙең күҙәтеүҙәргә таянып, хәҙер баҙар тотороҡлана тип әйтергә мөмкин, һәм был яҡын киләсәктә шәкәргә хаҡтың түбәнәйеүен күҙалларға мөмкинлек бирә, — тине Андрей Назаров.

Премьер-министр баҙарҙа ҡатнашыусыларҙың барыһын да һәр этапта спекулятив хаҡ ҡуйыуҙы булдырмау тураһында иҫкәртте һәм Башҡортостанда етештерелгән шәкәрҙе төбәк селтәрҙәрендә генә түгел, федераль селтәрҙәрҙә лә, бәләкәй магазиндарҙа ла күрһәтергә кәрәклегенә иғтибар итергә ҡушты.

— Шәкәр етештереүселәре фекеренсә, әлеге ваҡытта тупланған күләм республиканың эске ихтыяжынан арта. Һуңғы ике аҙна эсендә Шишмә һәм Раевка шәкәр заводтарынан продукцияны даими рәүештә оҙатып торғандар. Әле халыҡтың ихтыяжы ҡәнәғәтләндергән, – ти Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Андрей Назаров министрлыҡҡа көн һайын ҡулланыусылар баҙарындағы хәлде күҙәтергә ҡушты.

— Шәкәрҙе ҡаптарға төрөүсе ойошмаларға ярҙам сараларын индерергә ниәтләйбеҙ, сөнки хәҙер күләм артты һәм баҙарҙа ҡатнашыусыларҙың булған ресурстары етмәй. Етештереүсе ваҡлап һатыусыға продукцияны туранан-тура ебәрә алыу мөмкинлеген уйлайбыҙ. Был йәһәттән өс йылға тиклем оҙайлы контракт буйынса эш башларға килештек, — тине Андрей Назаров.

Фото һәм текст сығанағы: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: