Иҡтисад
8 Апрель 2022, 17:15

Бөгөн завод тулы ҡеүәтенә эшләй

Башҡортостан яңы Ка-32А11ВС янғын-ҡотҡарыу вертолетын алды.

Бөгөн завод тулы ҡеүәтенә эшләйБөгөн завод тулы ҡеүәтенә эшләй
Бөгөн завод тулы ҡеүәтенә эшләй

8 апрелдә Күмертауҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Ростех дәүләт корпорацияһы авиация кластерының индустриаль директоры Анатолий Сердюков республикаға яңы күп маҡсатлы Ка-32А11ВС вертолетын тапшырыу тантанаһында ҡатнашты. Уны “Күмертау авиация етештереү предприятиеһы” акционерҙар йәмғиәте етештергән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдың мартында Күмертау авиация етештереү предприятиеһына сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк Хөкүмәтенә 2021 йылда республика ихтыяжы өсөн универсаль вертолет әҙерләүгә техник йөкләмә әҙерләргә ҡушҡайны.

2021 йылдың йәйге аномаль эҫе миҙгеле яңы машинаға ихтыяж булыуын раҫланы. Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә төбәктең урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов 2020 йыл менән сағыштырғанда урман янғындарының һаны 4,5 тапҡырға артыуын хәбәр итте. Айырыуса Урал аръяғы райондары зыян күрҙе. Шуға бәйле Радий Хәбиров урман янғындарын иҫкәртеү буйынса эште әүҙемләштерергә ҡушты.

Яңы вертолетты тапшырыу тантанаһында КүмАПП вәкилдәре янғын һүндереү һәм кешеләрҙе ҡотҡарыу буйынса яңы машинаның мөмкинлектәрен күрһәтте.

Ка-32А11ВС моделе – ул бер күсәрҙә ултырған винттар схемаһы менән күп маҡсатлы вертолет. Ул бейек ҡала төҙөлөшө шарттарында, таулы йәки урманлы урындарҙа маневр яһарға әүәҫ. Яңы техника 4 000 литр күләмендәге бактар, носилкалар һәм зыян күргәндәрҙе эвакуациялау өсөн күтәреү ҡорамалдары, заманса янғын һүндереү системаһы менән йыһазландырылған. Күмертау авиация етештереү предприятиеһының генераль директоры Николай Фролов әйтеүенсә, янғынға ҡаршы ҡорамалдың да үҙаллы комплекс булараҡ ҡулланылыуы ихтимал. Ка-32А11ВС вертолетын Рәсәйҙең күп төбәктәрендә, шулай уҡ Таиландта һәм Төркиәлә файҙаланалар.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры “Ростех” дәүләт корпорацияһы, “Рәсәй вертолеттары” холдингы етәкселегенә һәм Күмертау авиация етештереү предприятиеһы коллективына төбәктең авиатөҙөлөш тармағын үҫтереү буйынса һөҙөмтәле эш өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Яңы техника Күмертау заводында тулы күләмдәге производствоны тергеҙеү юлында мөһим аҙым булып тора. Ике йыл элек Күмертау авиация етештереү предприятиеһында заказдар булдырыу буйынса билдәле ҡатмарлыҡтар бар ине. Бөгөн предприятие тулы ҡеүәтенә эшләй һәм төрлө ведомстволар өсөн яңы техника сығара. Завод хеҙмәткәрҙәре ҡала иҡтисадына һәм Башҡортостандың машиналар эшләү тармағына етди өлөш индерә, – тине Андрей Назаров. - Ә республика мониторинг һәм урман янғындарын тиҙ арала һүндереү, ғәҙәттән тыш хәлдә ҡалған кешеләрҙе ҡотҡарыу буйынса өҫтәмә мөмкинлектәр алды.

“Ростех” дәүләт корпорацияһы авиация кластерының индустриаль директоры Күмертау авиация етештереү предприятиеһы белгестәренең мөһим ҡаҙаныштарын билдәләне.

– Башҡортостанда иҫ киткес вертолеттар сығарыла, улар бөгөн бөтә донъяла һорау менән файҙалана. Беҙҙең авиатөҙөүселәрҙең предприятиены үҫтереү буйынса пландары булыуы ҡыуаныслы. Һеҙгә яңы етештереү уңыштары теләйем, – тине Анатолий Сердюков. Күрһәтмә осошонан һуң яңы вертолет республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ведомствоһындағы учреждениеға - Башҡортостандың Янғынға ҡаршы хеҙмәтенә тапшырылды.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас