Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Апрель 2022, 10:00

Һәҙиә Дәүләтшина күрәҙәлек ҡылғанмы, әллә тарих ҡуласамы?

Банкротлыҡ тураһында һөйләшәйек.

Нәсих Хәлисов коллажы.
Фото:Нәсих Хәлисов коллажы.

Бурыстан ҡотолдороу мәсьәләһенә бәйле мутлыҡтар хаҡында уҙған быуатта күренекле башҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшина ла иҫкәрткән. Ул үҙенең “Ырғыҙ” романында ошо турала тасуирлай. Әҫәрҙән өҙөккә күҙ һалайыҡ.

“Өс йыл элек банктан ауыл хужалығы ҡорамалдарына тип алынған 126 мең һумды кире ҡайтарыр мәл яҡынланы. Уны проценттар менән түләй башлаһаҡ, үҙеңә мәғлүм, быға тиклем булған аҙаптар юҡҡа сығасаҡ. Байтаҡ ерҙе лә ҡулдан ысҡындырырға тура киләсәк. Шуның өсөн уны хәҙергә бөтөнләй түләмәҫкә кәрәк... Минең быға тиклем һөйләшкән, килешкән һәм алған ерҙәрҙе йыйғанда, үҙе­беҙҙең башҡорттарҙан вечныйға алынған ер – мең ярым дисәтинә, һинең алғандарың ике меңгә яҡынлай. Бөтәһен дә дүрткә иҫәпләйек. Хөкүмәт хаҡы менән мең һум торһа, мин уны мал-тыуар, сәй-шәкәр кеүек нәмәләр менән өләшеп, ике йөҙ һум самаһына ҡалдырҙым... Икенсе бер өлкән эш – әлеге банк мәсьәләһе. Малдың яртыһын һатылған итеп күрһә­теп, ҡура-кәртәләр менән Расторгуев исеменә яҙҙырҙым... Мине оҙаҡламай, түләү срогы етеү менән, банкрот тип иғлан итәсәк­тәр. Түләрлек хәлем булмағанлығы раҫланғас, ҡулда булған байлыҡты яҙырға тейештәр. Ә һеҙгә бүлеп бирелеп бөткәс, байлыҡ минеке кеүек күренмәй, һәм уға тейә лә алмаясаҡтар... Бер-ике ай төрмә менән 126 мең кеҫәнән сыҡмай. Судтан һуң дисәтинәһенә бер һум урынына 13-әр тин генә түләргә ҡала. Закон, тиһең. Шул законға таянып эш итәм дә инде мин. Закон ни ул беҙҙең өсөн генә ҡоролған. Уны файҙалана белергә генә кәрәк...” (Текст бер аҙ ҡыҫҡартып алынды).

Был өҙөк Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романынан. Ниязғол бай улы Имай менән законды нисек урап үтеп, аҡсаны үҙ кеҫәһендә ҡалдырыу тура­һында һөйләшә. Әҫәрҙең ҡайһы бер урындары бөгөнгө көнгә лә ауаздаш. XX быуат башын сағылдыр­ған “Ырғыҙ” геройҙарын да бөлгөнлөк мәсьәләһе борсоған икән!

Әйткәндәй, Европа дәүләттәренең күбеһендә ниндәйҙер кимәлдә финанс яғынан хәлһеҙләнеү мәсьә­лә­һен көй­ләгән закондар XIII – XVI бы­­уаттарҙа уҡ барлыҡҡа килә. Рә­сәй­ҙә иһә уға ихтыяж XVII быуатта арта. Октябрь ре­волю­цияһынан һуң Рәсәйҙә үҫеш стратегияһы бөтөнләй башҡа була, Совет заманында иһә банкротлыҡ мәсьәләһе берәүҙе лә борсомай. Дөрөҫөн әйткәндә, уның кәрәге лә булмай. Рәсәйҙең Яңы тарихына кил­гән­дә, “Ойош­маларҙың бөлгөнлөккә төшөүе” тураһындағы закон 1992 йылда ҡабул ителә һәм 1998 йылға тиклем уңышлы эшләй. XXI быуат башында сит ил белгестәре менән берлектә махсус комиссия яңы закон әҙерләргә тотона, әммә ул көтөлгән һөҙөмтәне бирмәй. 2002 йылда иҡтисад бел­гес­тәре был мәсьәләне йәнә хәл итергә керешеп ҡа­рай, тик был юлы ла әллә ни ҡыйрата алмай. Банкрот­лыҡ тураһындағы әле ғә­мәлгә ингән законды иһә ун йыл элек әҙерләй башлағандар.

Бынан бер нисә йыл элек Рә­сәй­ҙә айырым кешеләрҙең бан­крот­лығы ту­раһындағы закон ғәмәлгә ингәс, йәм­ғи­әт­тә был мәсьәләгә ҡағы­лыш­лы имеш-ми­меш ҡуйырҙы, законды хуп­­­лау­сылар һәм инҡар итеүселәр әү­ҙем­ләште. Төрлө мәғ­лүмәт са­ра­ла­рында үҙ фекерен белдереп сығыш яһаған белгестәр аҡлы-ҡаралы мәғлү­мәт болотон һис тарата алмай әлегә. Ә халыҡта һорауҙар күбәй­гәндән-кү­бәйә: “Банкротлыҡ институты бу­рыслы­лар өсөн “авариянан ҡотолоу урыны” бу­ла­саҡ­мы?”, “Банкрот тип иғлан ителгән ке­­шене нимә көтә?”, “Кредит ойош­маларының хәлде күҙал­лауы нисегерәк?”

Һуңғы ике тиҫтә йыл эсендә рәсәйҙәрҙең күбе­һе кредит ҡолона әйләнде. Совет зама­нында етеш­мәгән техника хәҙер ма­газин­дарҙа тулып ята – бар ҙа үтескә ал! Элек йылдар буйы сират тороп саҡ “тимер ат”лы булған халыҡ­ҡа юл асылды – салонға бараһың да кре­дитҡа машина алаһың! Ғүмер буйы дөйөм ятаҡта интегеп йәшәгәндәр ҙә еңел һуланы: ипотека бар бит хәҙер. Уңайлыҡтарҙан бөгөн файҙаланырға кәрәк, күпме тыйылып йәшәргә була, тип фараз итте күптәр. Тап ошо “уңайлыҡтар” өсөн ике-өс тапҡырға арттырып түләйһең дә инде!

Банктар ҙа кредиттарҙы уңлы-һуллы таратты. Ямғырҙан һуң үҫеп сыҡҡан бәшмәк кеүек, улар артҡандан-арта барҙы. Иҡтисади көрсөк һөҙөм­тәһендә күпселек ваҡ банктар һабын ҡыуығы ише шартлап бөттө, килем кәмене, ҡайһы берәүҙәр эшһеҙ тороп ҡалды. Һөҙөмтә була­раҡ, кредиттар ҙа кире ҡайта­рылманы.

Федераль закон ғә­мәл­гә инеү менән илебеҙҙә бурыслы граждандар үҙен судта банкрот тип раҫла­тырға ашыҡты. Мө­рә­жәғәт­тәрҙең артыуын иҫәпкә алып, Арбитраж суд судьялар һанын – меңгә, ә уларҙың ярҙам­сыларын ике мең ярымға тиклем арттырҙы. Ҡыҫҡаса әйткәндә, 500 мең һум­дан ашыу күләмдә кредит алынған осраҡ­та, өс ай дауамында уны түләй ал­майһың икән, үҙеңде банкрот тип иғлан итергә була. Әгәр ипотекаға алынған фатир өсөн аҡса тапма­һағыҙ, уны һатырға тура киләсәк. Банкрот тип танылған кешегә биш йыл дауамында кредит бирмә­йә­сәктәр. Судтан һуң ул өс йыл етәксе вазифаһын биләй ал­маясаҡ, башҡарыу производствоһы бар икән, сит илгә лә сығар­мая­саҡтар.

Закондың йомшағыраҡ һәм күптәр өсөн ылыҡтырғыс булып күренгән яғы ла бар: ул – бурысты реструктуризациялау. Был схема кредит тарихын боҙ­май, мөлкәтте һаҡлап ҡалыу шарты менән бурыс һаҙлығынан сығырға яр­ҙам итә. Бурысты реструктуризациялау юлын банктар ҙа хуплай, сөнки был осраҡта кредит алыусы, яйлап булһа ла, бурысын түләп бөтөрәсәк.

Закон ҡабул ителде, эшләй баш­ланы, әммә финанс белгестәре, банктар һәм халыҡ албырғап ҡалды. Рәсәй халҡы бер законды урап үтер өсөн йөҙ юл уйлап сығарыусан. Әле­ге лә баяғы Ниязғол бай ишеләр бө­гөн йәмғиәттә күберәк шикелле. Шуға ла мутлашыусылар төрлө юл ме­нән эш итә башланы. Мә­ҫә­лән, кемдер үҙен банкрот тип иғлан итеүҙе һорап судҡа ғариза яҙыр алдынан бар мөлкәтен туғандарына яҙҙырып маташа. Әммә был алым барып сыҡмай: һуңғы өс йыл эсендә һатыуға ҡуйылған килешеүҙәр ғәмәлдә түгел тип билдәләнәсәк һәм һатылғанды кире ҡайтарасаҡтар. Кем­дәрҙер үҙ-ара ялған кредит киле­шеүҙәре төҙөп, төрлө схемалар аша байырға ынтыла. Коллектор ком­паниялары 2000 йылдарҙа бурыслы­ларҙан аҡса таптырып өйрәнде, хәҙер банкроттарға ныҡлап тото­ндо.

Финанс белгестәре закондың “сей” булыуына ишаралай. Ысынлап та, ҡайһы бер мөһим шарттар иҫәп­кә алынмаған. Мәҫәлән, ир ме­нән ҡатындың уртаҡ мөлкәтенә ҡа­ғылышлы мәсьә­лә­не хәл итеү, ғаилә бюдже­тының килем өлөшөн һәм сығымдарын һанау нисек башҡары­ласаҡ? Ата-әсәләре банкрот тип таныла ҡалһа, ба­ла­лар­ҙың хоҡуҡтары боҙоламы? Был мәсьәләгә лә аныҡ­лыҡ индерелмәгән. Унан тыш, арбитраж суд сис­темаһы бурыс­лыларҙың мөлкәтен һатыу ке­үек эште атҡарып сыға алырмы? Быға уның вә­кә­ләттәре етерлекме? Әлеге мәсьәләгә айырыуса иғтибар бү­ленергә тейеш, сөнки мөлкәтте һат­ҡан­да уны бик осһоҙға баһалау осраҡтары йышаясаҡ.

Былтыр банкрот тип танылған рәсәйҙәр (шул иҫәптән айырым эшҡыуарҙар) һаны 192,8 мең кеше тәшкил иткән. Был күрһәткес 2020 йыл мәғлүмәттәренән 62 процентҡа юғарыраҡ. 94,9 процент осраҡта граждандар үҙҙәре банкротлыҡ эшен башлап ебәргән.

Банкрот граждандарҙың иң күбе Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһендә теркәлгән, унан ҡала Краснодар крайы, Санкт-Петербург, Һамар өлкәһе килә.

Белгестәр иһә банкроттар һаны­ның әллә ни ҙур булмауына аптырап та ҡалған. Банк кредиттарына реструктуризация күптәргә көрсөк хәлен еңеп сығырға мөмкинлек биргән тип фаразларға кәрәк.

Кеше ни өсөн кредит ала? Күп­се­лек осраҡта тормош шарттарын яҡшыр­тыуға. Балалар за­ман­сараҡ телефон, компьютер һорағанға бурысҡа батабыҙ. Яҡшыраҡ машинала йөрөгө килә, ир­кенерәк фатирҙа йә йортта йәшәргә хыял­ла­набыҙ. Тик ҡайһы саҡ үҙ кө­сө­бөҙҙө баһалап бөт­мәй­беҙ шул – алғанды бит кире ҡайтарырға ла кәрәк. Был йә­һәттән баш­ҡорттоң шәп әй­теме бар: аяғыңды юрғаныңа ҡарап һуҙырға кәрәк...

 

Тәнзилә ЮЛБАРИСОВА, Нефтекама ҡалаһы:

– 15 йыл бергә йәшәгән ирем кредит һаҙлығына батып, мине ҙур бурыс менән ҡалдырып ҡас­ты. Тәүҙә албырғап ҡалдым. Унан ике баланы аяҡҡа баҫты­рырға, нисектер артабан йә­шәргә кәрәклеген уйлап, үҙемде ҡулға алдым. Таныштар аша юрист табып, шуның менән бергә ике йыл тигәндә бурыс һаҙлығынан сыҡтым. Тәү сиратта бәләле фатирыбыҙҙы ҙур ауырлыҡ менән булһа ла һаттыҡ. Өфө эргәһендә уңай­лыҡ­тары булған өй һәм машина алдым. Банктар алдында хәҙер бурыстарым юҡ. Әлбит­тә, ике эштә эшләргә тура килә, әммә күңелем тыныс. Барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулда. Эргә-тирәләге, хатта яҡын ке­шегеҙгә тулы­һынса финанс эштәрен ышанып тапшыр­мағыҙ, тип кәңәш итер инем.

Бикә ҠОЛСУРИНА.

 

Читайте нас: