Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Апрель 2022, 14:30

Программа дауам итәсәк

Газ үткәрелгән тораҡ пункттарҙа участкаларға газды бушлай еткереү программаһы тулы күләмдә тормошҡа ашырыласаҡ. 

Программа дауам итәсәк
Программа дауам итәсәк

Кисә Рәсәй Федерацияһы Премьер-министры Михаил Мишустин Дәүләт Думаһында Хөкүмәттең 2021 йылғы эше тураһындағы отчет менән сығыш яһаны. Ул шулай уҡ ил граждандарына һәм иҡтисадына төп ярҙам саралары хаҡында телмәр тотто. Премьер-министр газ үткәреү темаһына ла туҡталды.

– Бөгөн газға тоташтырыуға 750 меңдән ашыу ғариза бирелгән. Әле 300 меңдән ашыу килешеү төҙөлгән. Йөҙҙәрсә мең ғаилә газ яғасаҡ. Газ үткәрелгән тораҡ пункттарҙа рәсәйҙәрҙең участкаларына зәңгәр яғыулыҡты бушлай еткереү программаһы тулы күләмдә тормошҡа ашырыласаҡ. Был километр-километр газ үткәргестәр генә түгел, ә газ аласаҡ йөҙәр мең ғаиләләр. Беҙ уларҙың өмөттәрен алдай алмайбыҙ, барыһы ла тормошҡа ашырыласаҡ, – тигәйне ул.

Быға ҡарата Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова рәсми комментарий бирҙе.

– 2022 йылдың 1 ғинуарынан сертификат хаҡы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм инвалидтар, хәрби хәрәкәттәр инвалидтары өсөн 100 мең һум һәм инвалидтар, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр һәм йән башына уртаса килеме төбәк йәшәү минимумынан артмаған ишле ғаиләләр өсөн 75 мең һум тәшкил итә. Республикала бөтәһе 6434 кеше, шул иҫәптән 2021 йылда 2730 кеше шәхси йорттарға газ үткәреү өсөн сертификаттар менән тәьмин ителгән. 2022 йылдың башынан республикала граждандарҙың льготалы категорияларына ҡараған 569 кеше газ үткәреү өсөн сертификат алған, – тине ул.

Торлаҡ йорттарға газ үткәреү буйынса халыҡтың әҙ тәьмин ителгән категорияларына дәүләт ярҙамы әлегә тиклем ҙур һорау менән файҙалана, ул сертификаттар формаһында бирелә.

Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә даими йәшәгән граждандарҙың айырым категорияларына шәхси йорттарға газ үткәреү өсөн сертификаттар биреү һәм түләү тәртибе Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2019 йылдың 25 октябрендәге 656-сы ҡарары менән раҫланған. 

2022 йылдың 1 апреленә 7006 граждан (шул иҫәптән биш Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 11 Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәт инвалиды, 2231 инвалид, 628 инвалид бала тәрбиәләгән ғаилә, 4131 күп балалы ғаилә) сертификаттар менән тәьмин итеү маҡсатында иҫәпкә ҡуйылған.

Фото: medrussia.org

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: