Башҡортостан
-14 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Апрель , 20:00

"Уға осоу өсөн сәбәптәр аҙыраҡ булһын!"

Бөгөн республикаға Күмертау авиация предприятиеһында етештерелгән янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу вертолеты алынды.

"Уға осоу өсөн сәбәптәр аҙыраҡ булһын!"
"Уға осоу өсөн сәбәптәр аҙыраҡ булһын!"

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә түбәндәге яҙманы ҡуйҙы.

"Был беҙҙең Ка-32А11ВС вертолеты. Бөгөн республикаға ошо Күмертау авиация предприятиеһында етештерелгән янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу вертолеты алынды.

Тәбиғәт янғындары йәһәтенән уҙған йәйҙең ни тиклем ҡатмарлы булғанын хәтерләйһегеҙҙер. Күп кенә участкаларҙа беҙгә тап вертолет етмәй ине. Хәҙер ғәрәсәттәр менән көрәштә ышаныслы ярҙамсыбыҙ барлыҡҡа килде.

Вертолет багының һыйҙырышлылығы - 4000 литр, күбек барлыҡҡа килтергән бактыҡы - 400 литр. Ул һыу ятҡылығынан бер минут эсендә тултырыла. Ка-32А11ВС SX-16 прожекторы менән йыһазландырылған, ул төнгө шарттарҙа эҙләүҙе һәм эште ябайлаштыра, ҙур йөктәрҙе ташырға мөмкинлек биргән тышҡы йөк подвескаһы системаһы һәм тауыш биргес ҡуйылған. Вертолетта шулай уҡ метеорадар бар, ул экипажға ҡатмарлы һауа шарттарында ярҙам итәсәк.

Ташҡын осоронда вертолет һауанан йылғаларҙағы хәлде күҙәтергә, тығындарға ваҡытында иғтибар итергә мөмкинлек бирәсәк. Әүҙем туристик миҙгелдә мохтажлыҡ килеп тыуһа, юғалған туристарҙы эҙләүгә, халыҡты эвакуациялауға йәлеп итә аласаҡбыҙ.

Беҙ ошо вертолетты Күмертауҙа эшләүҙәре менән айырыуса ғорурланабыҙ. Әле күптән түгел КумАПП бөлгөнлөк хәлендә ине. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә партнерҙарыбыҙ, “Ростех”, “Рәсәй вертолеттары” холдингы һәм Анатолий Сердюковтың ярҙамы менән ошо хәлде төҙәтә алдыҡ. Уҙған йылда ғына етештереү күләме бер ярым тапҡырға артты. Һәм, әлбиттә, киләсәккә лә пландарыбыҙ ҙур. Тағы ла әүҙемерәк эшләйәсәкбеҙ. Бөтәһенә лә уңыштар, ә вертолет экипажына - еңел эш һәм осош өсөн аҙыраҡ сәбәптәр", - тип яҙҙы республика етәксеһе.

Фото: nevsepic.com.ua

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в