8 апрелдән 10 апрелгә тиклем республикала ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә. Башҡортостан Республикаһының район һәм ҡалаларында 55 майҙансыҡ ойоштороласаҡ. Адрестар һәм бәйләнеш мәғлүмәте БР Сауҙа министрлығы сайтында ҡуйылған: https://trade.bashkortostan.ru/presscenter/news/438585/.
Ял көндәрендәге йәрминкәлә һатыусы булараҡ ҡатнашырға теләһәгеҙ, һылтанмаға баҫырға, һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған йүнәлеште табырға һәм теркәлергә кәрәк.
Һатып алыусылар иһә итен дә, майын да, йәшелсә-емешен дә осһоҙораҡ хаҡҡа алыу форсаты менән файҙалана ала.
Фото: tver.mk.ru