Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Апрель 2022, 09:26

Ярма етештерә башлаған

“Агростратап” проекты өс йыл тормошҡа ашырыла. Ошо ваҡыт эсендә уның ярҙамында 232 яңы хужалыҡ булдырылған. Дәүләт ярҙамы менән файҙаланғандарҙың береһе – крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Айрат Миңләхмәтов. Ул Йәрмәкәй районында иген культураларынан ярма етештереүҙе ойоштороп ебәргән.

Ярмалар һәр ваҡыт халыҡта һорау менән файҙалана, айырыуса әлеге кеүек ҡатмарлы иҡтисади хәлдә был көнүҙәк булып тора.

Ярма эшләү цехын асыу проекты “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә 2020 йылда ҡаралған. Ошо уҡ йыл аҙағында йүнсел Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығынан грант ала һәм бер сменаға һигеҙ тонна һыйҙырышлы иген культуралары продукцияһын сорттарға айырыу һәм төрөү өсөн ҡорамалдар һатып алып, уларҙы сафҡа индерә.

Цехта төрлө ярмалар етештерелә. Айрат Ғәлиәхмәт улы үҙе үҫтергән сеймалды ла ҡуллана, эргә-тирәлә эшләгән хужалыҡтарҙан да һатып ала. Продукцияға ихтыяж ҙур. Төп һатып алыусылар – Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары.

Эшҡыуарҙың киләсәккә пландары ҙур – ғәмәлдәге етештереү ҡорамалдарын замансалаштырыу, етештереүҙе киңәйтеү, әҙер продукцияны вағыраҡ төргәктәргә төрөп һатыуға сығарыу.

Лилиә Нуретдинова әҙерләне.

Читайте нас в