Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Апрель 2022, 16:00

Булмышы буйынса ғалим, рухы менән крәҫтиән

Зифҡәт Ислам улының  ҡарашы үҙгәрешһеҙ: ауылды һаҡларға кәрәк! Ошондай маҡсат менән  хеҙмәт ветераны Илеш районындағы тыуған ауылында хужалыҡты нығытыу эшенә тотондо.  

Булмышы буйынса ғалим, рухы менән  крәҫтиән
Булмышы буйынса ғалим, рухы менән крәҫтиән

Ғалим, дәүләт эшмәкәре Зифҡәт Сәйетғәлиевтың вазифаларын һынап сығыу өсөн генә лә күп ваҡыт кәрәк булыр ине. Район халҡы, айырыуса өлкән быуын, уның 1982-1989 йылдарҙа  Әлшәй районы партия комитетының беренсе секретары булып эшләгән осорон  яҡшы хәтерләй.

Зифҡәт Исламов булмышы буйынса ғалим, ә рухы менән һәр саҡ крәҫтиән булды һәм шулай булып ҡала. Иҡтисад фәндәре докторы,  ауыл һәм ауыл хужалығы тураһындағы алтмышлаған ғилми хеҙмәттәр  һәм ун китап авторы, Дәүләт Думаһының ике саҡырылыш депутаты, республиканың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре ошо көндәрҙә 75 йыллыҡ юбилейын билдәләне.  Ябай ауыл малайының  көтөлмәгән  юғары бейеклектәргә күтәрелеүе, үҙ  көсө һәм тырышлығы менән ауырлыҡтар аша маҡсатына ирешеүе  һоҡланыу тыуҙыра.

Зифҡәт Ислам улы Илеш районының Абдулла ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуып үҫкән. Атаһы бик иртә вафат була. “Беҙ  өсәүләп йәшәй башланыҡ: әсәйем, мин һәм һыйыр, – тип хәтерләй балалыҡ йылдарын  хеҙмәт ветераны. – Ҡасан үҫеп аяҡҡа баҫыуымды көтөргә ваҡыт булманы, шуға күрә бәләкәй саҡтан хеҙмәткә егелдем.”

Үҫмер белемгә, фәнгә тартыла, күберәк уҡырға тырыша. Мәктәпте көмөш миҙалға, аҙаҡ Башҡортостан ауыл хужалығын   отличие менән тамамлай. Юғары уҡыу йортонан һуң яҙмыш уны Мәскәүгә – кибернетика ғилми-тикшеренеү институты аспирантураһына  алып килә.  Йәш ғалим Өфөгә ҡайтып, республика вуздарының береһендә уҡытыу эшенә тотонмаҡсы була. Тик Илеш районы партия комитетының беренсе секретары Рахманов йәш һәм перспективалы  яҡташын эргәһенән ебәргеһе килмәй, тыуған ауылы Абдуллалағы  хужалыҡты етәкләргә өгөтләй.  Шулай итеп, 1979 йылдың яҙында Зифҡәт Сәйетғәлиев Ульянов исемендәге колхоз рәйесе булып китә.

Республика етәкселеге белемле һәм талантлы ойоштороусы өсөн хужалыҡ майҙанының тар булыуын аңлай.  Тәүҙә уны партияның өлкә комитетына эшкә алалар һәм аҙаҡ Әлшәй районы партия  комитетының беренсе секретары итеп тәғәйенләйҙәр.

–1982 йылда  район үҫеше һәм халҡы тормошо өсөн күп эштәр башҡарған Павел Барбазюк  урынына эшкә килдем. Был осорҙо ҙур ҡәнәғәтлек менән иҫкә төшөрәм, районда  эш ҡаҙандай  ҡайнаны,– тип һағынып иҫкә ала оло хеҙмәт башын Зифҡәт Ислам улы. – Әлшәй районы Дүртөйлө, Мәләүез райондары  менән бергә республикала ауыл хужалығы продукцияһы етештереү буйынса тәүге өс лидер рәтендә барҙы. Уйын түгел – дәүләткә йөҙәр мең тонна иген һаттыҡ! Бик ҡеүәтле колзоздар булды: “Завет Ленина”, “Правда”, “Победа”, “Родина”, “Искра”, “50 лет Октября” , “Мир”... Совхоздарҙан  “Ново-Раевский”, “Совхоз имени 50-летия БАССР”, “Раевский”, “Альшеевский” бик яҡшы эшләне.  Был алдынғы ауыл хужалығы предприятиеларын  крәҫтиән хеҙмәтен баһалай белгән булдыҡлы шәхестәр етәкләне.  Уларҙың исемдәре  бөтә республикаға яҡшы таныш: Социалистик Хеҙмәт Геройҙары – “Завет Ленина” колхозы һауынсыһы Сафура Суфиянова һәм ошо уҡ хужалыҡтың комплекслы бригада бригадиры  Дмитрий Злыдников,  “Правда” колхозының Ленин ордены менән ике тапҡыр наградланған  рәйесе А. Зиннәтуллин һәм башҡа бик күп хеҙмәт алдынғылары.  Ниндәй ҡеүәтле ит комбинаты, консерва һәм май  заводтары, Раевка элеваторы, тимер юл ойошмалары бар ине.

Ул эшләгән осорҙа шәкәр заводы сафҡа индерелә, яңы торлаҡ биҫтәһе төҙөлә. 12 мең баш мал аҫралған, даны бөтә илгә яңғыраған “Ново-Раевский” мал һимертеү совхозы эш башлай. Ташлы, Торонтайыш, Ғәйниямаҡ ауылдарында  иҫке ағас биналар урынына яңы мәктәптәр ҡалҡып сыға. Район үҙәге төҙөкләндерелә, асфальт юлдар һалына. Тимер юл аша бик мөһим юлүткәргес төҙөлә, Ыҫлаҡ һыуһаҡлағысы барлыҡҡа килә.

Илдә үҙгәртеп ҡороу осоро башланғас, Зифҡәт Ислам улы малсылыҡ һәм аҙыҡ етештереү ғилми-тикшеренеү институтына етәкселек итә. Биш йылдан һуң уны Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына депутат итеп һайлайҙар. Аҙаҡ республикаға ҡайтып, “Башптицепром” етәксеһе вазифаһын башҡара, республика Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты итеп һайлана.  Аграр мәсьәләләре, хеҙмәт ресурстары, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология проблемалары тап уның профессияһы менән тығыҙ бәйләнгән була.

Зифҡәт Сәйетғәлиевтың ҙур тәжрибәһе, киң ҡоласлы белеме  һәм  абруйы бөгөн дә һорау менән файҙалана.  Ғалим һәм крәҫтиәндең  ҡарашы үҙгәрешһеҙ: ауылды һаҡларға кәрәк! Ошондай маҡсат менән ул Илеш районындағы тыуған ауылында хужалыҡты нығытыу эшенә тотондо.  Бына биш йыл инде Рәзил Мусин исемендәге  яуаплылығы сикләнгән йәмғиәткә етәкселек итә.

–Әлшәй районындағы хеҙмәт осоро  – тормошомдоң иң сағыу, емешле бите.  Әлшәйҙәр уңған, тырыш, берҙәм,  ҡунаҡсыл халыҡ булып  һаман да күҙ алдымда тора, – ти  юҡһынып, үткәндәрҙе иҫкә ала Зифҡәт Ислам улы.  Күпме йылдар үтеп, күпме һыуҙар аҡҡан, ә ул һаман да бергә эшләгән  хеҙмәт алдынғыларын, бригадирҙарҙы, һауынсыларҙы, механизаторҙарҙы, етәкселәрҙе исемләп белә һәм хәтергә ала,  уларға ауыл хужалығындағы ауыр һәм мөһим эштәре өсөн  рәхмәт әйтеүҙән бушамай. Ауылдарҙың яңырыуына, ҡеүәтләнеүенә уның ышанысы көслө.

Фәнүзә Сәләмова.

Әлшәй районы.

Автор фотоһы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: