Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Апрель 2022, 22:00

Йылға пароходсылығын – яңы кимәлгә

Өфө суднолар ремонтлау-төҙөү заводын көрсөктән сығарыу өсөн ниндәй саралар ҡарала?  

Йылға пароходсылығын – яңы кимәлгә
Йылға пароходсылығын – яңы кимәлгә

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙә Өфө суднолар ремонтлау-төҙөү заводында булыуы тураһында яҙма менән уртаҡлашты.

“Бөгөн Өфө суднолар ремонтлау-төҙөү заводы цехтарын ҡараным. Был республикабыҙ өсөн мөһим предприятие, ул ремонт, инерт материалдар сығарыу һәм ташыу менән шөғөлләнә. Һуңғы йылдарҙа завод бөлгөнлөк хәлендә. Беҙ уны тергеҙеү һәм тулы ҡеүәтенә сығарыу өсөн төрлө варианттар ҡараныҡ.

Анализ күрһәтеүенсә, республика Хөкүмәтенең финанс ярҙамына ҡарамаҫтан, предприятиеның ағымдағы финанс-хужалыҡ эшмәкәрлеге яҡшырманы. Бында инвестициялар, энергетика, предприятиены үҫтереү, яңы йүнәлештәрҙе һәм баҙарҙы үҙләштереү мәсьәләләрендә өҫтәмә компетенциялар талап ителә. Быларҙың барыһын да тиҙ арала тормошҡа ашырыу өсөн партнер кәрәк. Шуға күрә заводты хосусилаштырасаҡбыҙ һәм был эштәргә инвестор йәлеп итәсәкбеҙ. Теләк белдереүсе бар. Бөгөн уның менән аралаштым. Ике аҙна ярым эсендә “юл картаһы”н әҙерләргә һөйләштек, унда инвесторҙар, шулай уҡ ошо йүнәлеш өсөн яуаплы ведомстволар өсөн тәү сираттағы бурыстарҙы ентекләп яҙасаҡбыҙ. Уртаҡ тырышлыҡтар менән заводты бер-ике йыл эсендә яңы кимәлгә сығарасаҡбыҙ.

Төбәктә предприятиеларға булышлыҡ итеү системалы эш булып тора, ул әле илебеҙгә ҡаршы индерелгән санкцияларға бәйле көсәйтелә генә. Шуға күрә беҙ әҙерләгән көрсөккә ҡаршы яңы саралар пакетына беҙҙең предприятиелар был осорҙо мөмкин тиклем аҙыраҡ юғалтыуҙар менән үтһен тигән маҡсатта йылға пароходсылығы тармағы өсөн дә дәүләт ярҙамы сараларын индерәсәкбеҙ.

Барығыҙға ла һаулыҡ!” – тип яҙҙы Андрей Назаров.

Фото: vk.com/wall555400080_331

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: