Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Апрель 2022, 13:15

Бизнес-шерифтар уҡытыласаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошондай тәҡдим яһаны.

Бизнес-шерифтар уҡытыласаҡ
Бизнес-шерифтар уҡытыласаҡ

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, үткән аҙнала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың безнис-шерифтары менән осрашҡайны. Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә төбәк етәксеһе безнис-шерифтарҙы уҡытыуҙы ойошторорға тәҡдим итте.

– Улар менән үткән аҙнала осраштым. Улар өсөн уҡытыу ойошторорға, белемдәрен арттырырға кәрәк. Әле уларҙың роле көсәйә. Бының өҫтөндә бөтәбеҙгә бергә эшләргә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.

Билдәле булыуынса, республикала бизнес-шерифтар институты Башҡортостан Башлығы башланғысы буйынса 2019 йылда булдырылған. Маҡсаты – эшҡыуарҙарға ярҙам итеү һәм республикала уңайлы эшлекле һәм инвестиция мөхите булдырыу. Уҙған аҙналағы осрашыу ваҡытында улар иҡтисадҡа ярҙам сараларын һәм санкция баҫымына бәйле яңы һынауҙарҙы тикшерҙе.

Республикаға идара итеү үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, уҙған йылда райондарҙа бизнес-шерифтар менән 2827 “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәрелгән. Унда 4374 проект ҡаралған, ә инвестициялар күләме 270, 5 миллиард һум тәшкил иткән.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: