Былтыр Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фонды республиканың сәнәғәт ҡеүәтен һөҙөмтәле файҙаланыуға булышлыҡ итеү буйынса эшен уңышлы дауам иткән һәм 36 инвестиция проектын хуплаған.
Был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фонды директоры Әнүәр Кәримов хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, республика сәнәғәтенә инвестицияларҙың дөйөм күләме өҫтәмә рәүештә 9,4 миллиард һумға еткән, шуның 4,7 миллиард һумы – Сәнәғәтте үҫтереү федераль фонды аҡсаһы.
Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан Сәнәғәтте үҫтереү фонды аҡсаһына 17 проект финансланған.
“Проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышында 1,2 меңдән ашыу яңы эш урыны булдырыласаҡ, һалым керемдәре өс миллиард һумдан ашып китә”, – тине Әнүәр Кәримов.
Фонд эшләй башлағандан алып Башҡортостан иҡтисадына дөйөм алғанда 30,2 миллиард һумдан ашыу суммаға 87 проектҡа ярҙам күрһәтелгән, шул иҫәптән Рәсәйҙең Сәнәғәтте үҫтереү фондынан 10,6 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән.
“Фонд эшләгән осорҙа республиканың 20 муниципалитетында сәнәғәт предприятиеларының инвестиция проекттары льготалы финанслау алды. Шул уҡ ваҡытта республика Хөкүмәте ҡабул иткән 2020-2021 йылдарҙа Башҡортостан иҡтисадының тотороҡлолоғон арттырыу буйынса өс саралар пакеты фондҡа ярҙам программаларын камиллаштырыуға, уның эшен әүҙемләштереүгә айырыуса ҙур йоғонто яһаны, – тип билдәләне Әнүәр Кәримов.
Улар ярҙамында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Иҡтисадты тотороҡландырыуҙа, ундағы кире тенденцияларҙы бөтөрөүҙә мөһим роль уйнаған “Эпидемик ауырыуҙарға ҡаршы тороу” һәм “Көрсөккә ҡаршы саралар” республика программалары әҙерләнеп, эшкә индерелде. Был программалар арҡаһында 46 республика проекты финансланды.
Рәсәйҙең федераль власть органдары һәм эшлекле даирәләре етәкселәре баһалауынса, Сәнәғәтте үҫтереү фонды аша предприятиеларҙың сәнәғәт проекттарына финанс ярҙамы күрһәтеү механизмы илдә иң һөҙөмтәлеһе, перспективалыһы булып тора, сөнки проекттарҙы ентекле һайлап алыу һәм, фондҡа заем аҡсаларын тулыһынса ҡайтарып, уларҙы артабан тормошҡа ашырыуҙы контролдә тотоу бара. Башҡортостан Хөкүмәте ҡушыуы буйынса, республика фонды төбәк фондтары араһында тәүгеләрҙән булып сәнәғәт предприятиеларына кредит килешеүҙәре буйынса процент ставкаһының бер өлөшөн ҡаплау өсөн гранттар биреү тәртибен әҙерләне һәм раҫланы.
“Федераль кимәлдә көрсөккә ҡаршы саралар пакеты сиктәрендә төбәк фондтарына 10-дан 200 миллион һумға тиклем аҡса биреү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Башҡортостан, алдынғы сәнәғәт төбәктәренең береһе булараҡ, конкурс йомғаҡтары буйынса предприятиеларҙың әйләнеш аҡсаларын тулыландырыу өсөн төҙөлгән кредит килешеүҙәре буйынса процент ставкаһының бер өлөшөн ҡаплауға гранттар биреүгә 128 миллион һум аҡса аласаҡ, – тип хәбәр итте Әнүәр Кәримов. – Бынан тыш, федераль бюджет аҡсаһынан фондты 34 миллион һум күләмендә өҫтәмә капиталлаштырыу планлаштырыла. Башҡортостан Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығының дәүләт программаһында айырым юл менән федераль бюджеттан йәлеп ителгән тағы ун миллион һум еңел сәнәғәткә ярҙамға йүнәлтелә”.
Кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, төбәктең Сәнәғәтте үҫтереү фонды эштә партнерҙарҙың береһе һәм һөҙөмтәле механизм булып тора.
– Фондты капиталлаштырыу тураһында уйларбыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Фото: "Башинформ".