Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Апрель 2022, 19:00

Илшат Фәзрахманов: “Республикала сәсеү өсөн орлоҡ етерлек”

Башҡортостанда яҙғы баҫыу эштәре өсөн 285 мең тонна орлоҡ тупланған.

Илшат Фәзрахманов: “Республикала сәсеү өсөн орлоҡ етерлек”
Илшат Фәзрахманов: “Республикала сәсеү өсөн орлоҡ етерлек”

Республика Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, яҙғы сәсеү 2,1 миллион гектар майҙанда үткәреләсәк. Төбәк ҡаҙнаһынан 14 районға 128 миллион һум аҡса орлоҡ һатып алыуға бүленгән, был хәл былтырғы ҡоролоҡҡа бәйле.

"Иген культуралары орлоҡтарының 99 процентты үҙебеҙҙә етештерелгән, көнбағыш орлоғоноң яҡынса 50 проценты ситтән килтерелгән. Шәкәр сөгөлдөрө орлоғо мәсьәләһе ҡатмарлыраҡ, унда килтерелгән гибридтарҙың өлөшө 95 проценттан ашҡан. Илдә был йүнәлештә эштәр алып барыла", - тип билдәләй Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Селекция һәм орлоҡсолоҡ етештереү менән шөғөлләнгән үҙәктәр ситтән килтерелгән орлоҡ күләмен кәметеү өҫтөндә ентекле эш башлай һәм был йүнәлеште үҫтереүгә биш миллиард һум аҡса аласаҡ. Илдә ауыл хужалығы техникаһы, аҙыҡ-түлек ҡорамалдары һәм компоненттар етештереү күләме арттырыласаҡ.

Йәйгеһен агросәнәғәт һәм балыҡсылыҡ комплексын үҫтереү стратегияһына төҙәтмәләр индереләсәк.

Фото һәм текст сығанағы: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы сайты.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: