Республикаға идара итеү үҙәге социаль селтәрҙә сираттағы яҙма менән уртаҡлашты.
“Башҡортостан халҡын борсоған һәм социаль селтәрҙәрҙә күтәрелгән мәсьәләләр араһында юлдар темаһы йәнә "алдынғы" урында. Һуңғы ете көндә генә, 2022 йылдың 4 апреленән 10-на тиклем, 1091 мөрәжәғәт алынған.
Был - үткән аҙна менән сағыштырғанда 366-ға күберәк. Был хаҡта беҙ, Республикаға идара итеү үҙәге командаһы, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә хәбәр иттек. Шулай уҡ дөйөм мөрәжәғәттәр нисбәте лә аҙ түгел – 4 137. 28 марттан 3 апрелгә тиклемге аҙнала 3871 мөрәжәғәт булғайны. Тимәк, 263-кә күберәк. Мөрәжәғәттәрҙең ни өсөн артыуы хаҡында уйланырға урын бар. Кем, ҡайҙа һәм ни өсөн өлгөрмәй?
Радий Хәбиров аныҡ бурыс ҡуйҙы: муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәғәттәрҙе анализларға һәм һығымталар яһарға. Ошо хаҡта тулыраҡ видеояҙмала, ә оператив кәңәшмәнең тулы версияһы һылтанма буйынса: https://vk.com/wall-144352066_198734
Фото: beloretsk24.shtyrlyaev.ru