Рәсәйҙең кластерҙар, технопарктар һәм махсус иҡтисади зоналар ассоциацияһы (АКИТ) илдең Иҡтисади үҫеш министрлығы менән берлектә “ESG көн тәртибе: сәнәғәт инфраструктураһын тотороҡло үҫтереү” белем биреү программаһын ғәмәлгә индерҙе.
“Уҡыу программаһы сәнәғәт технопарктарының, индустриаль парктарҙың, махсус иҡтисади зоналарҙың, төбәк башҡарма власть органдарының идара итеү командалары өсөн тәғәйенләнгән. Беренсе ағымда 20-гә яҡын идара итеү командаһын уҡытыу планлаштырыла. Иҡтисади үҫеш министрлығы түбән углеродлы үҫеш өлкәһендә бер нисә төп документты әҙерләне”, – тине иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Сергей Галкин.
Программаның маҡсаты – сәнәғәт инфраструктураһының инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһен тәьмин итеү өсөн тотороҡло үҫеш һәм ESG (экологик, социаль һәм корпоратив идара итеү) принциптарын ғәмәлгә индереү өлкәһендә компетенцияларҙы арттырыу.
Ассоциация ағзаларының дөйөм йыйылышында сәнәғәт технопарктары, индустриаль парктар һәм махсус иҡтисади зона вәкилдәре ҡатнашты, уларҙың күбеһе яңы белем биреү программаһын юғары баһаланы һәм унда ҡатнашырға теләк белдерҙе.
“ESG аббревиатураһы ябай ғына өс һүҙгә тарҡатыла: environmental – тирә-яҡ мөхит, social – социаль үҫеш, governance – корпоратив идара. ESG нигеҙендә ятҡан идея – ул коммерция эшмәкәрлеген тотороҡло үҫтереү. Белем биреү программаһы беҙгә ошо өс өлкәлә үҫеш стандарттарына ярашлы компетенцияларҙы үҫтерергә булышлыҡ итәсәк”, – тигән фекерҙә “Сәнәғәт үҙәге” йәмғиәтенең индустриаль паркы генераль директоры Павел Васильев.
“Башҡортостан өсөн был сара, әлбиттә, инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһен арттырыу мөмкинлеген бирәсәк”, – тине республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.
Белем биреү программаһында ҡатнашыу өсөн [email protected] электрон почтаһына йәки +7 (495) 640-56-67 телефоны аша ғариза ебәрергә кәрәк.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press