Бөгөн иртә менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә пост ҡалдырҙы. Сәбәбе матур - Башҡортостанда бына-бына сәсеү эштәре башлана.
“Ниһайәт, һауа торошо яйға һалынды һәм аграрийҙарҙың ҡыҙыу мәле башлана.
Республиканың көньяҡ райондарындағы баҫыуҙарҙа ҡар тиҙерәк ирей, һәм унда дым ҡапларға һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе ашлатырға ашығалар. Белгестәр әйтеүенсә, ҡарлы ҡышҡа ҡарамаҫтан, тупраҡтағы дым артыҡ күп түгел һәм уны мөмкин булғанса һаҡлап ҡалыу өсөн күп көс һалырға кәрәк.
Йылайыр районында 200 гектар һөрөнтө ерҙә эштәр тамамланған, ә Мәләүездә 170 гектар күп йыллыҡ үләндәр тырматылған һәм ашлама индерелгән. Әбйәлил һәм Көйөргәҙе райондары баҫыуҙарында эштәр башланды.
Хәтерегеҙгә төшөрәм, быйыл яҙғы сәсеүҙе 2 млн гектар майҙанда үткәрергә планлаштырабыҙ. Һауа торошо ауыл хужалығы миҙгеле дауамында ла беҙгә файҙа килтерер һәм көҙгөһөн мул уңыш алырбыҙ, тип ышанам", - тип яҙҙы ул.
Ысынлап та, быйыл ауыл хужалығы тармағына ҙур ышаныс бағлана. Хеҙмәтсәндәргә быйылғы миҙгелдә уңыштар теләйбеҙ!
Фото: "Бәйләнештә".